Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
5 Ноябрь 2020, 16:11

Оҫталыҡтың юҡ сиктәре

Электән үк һәр милләт үҙенең ҡул эштәренә оҫта, күп яҡлы таланты булған ижад кешеләре менән ғорурланған. Үҙ ҡулдары менән мөғжизәләр тыуҙырып, һөнәре менән башҡаларҙы ғәжәпләндереп һәм һоҡландырып йәшәүсе кешеләр беҙҙең районда ла бик күп. Кемдер картиналар төшөрһә, тимерҙән ҡапҡалар сүкеп эшләһә, сигеү сикһә, бәйләһә, текһә, сәскәләр эшләһә, Ренета Ғирфатова иһә бик матур брошкалар яһай.

Ренета Ринат ҡыҙы Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуған һәм шунда ғаилә ҡорған. Ул 9-сы класты тамамлағандан һуң Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Диплом алғандан һуң ситтән тороп М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетын тамамлай. Уҡыуы менән бер рәттән Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда эшкә урынлаша һәм әлеге көндә лә шунда уҡ методист булып эшләп йөрөй.
Ул һүрәт төшөрөү һәләтен күреп, үҫтерергә ярҙам иткән тәүге уҡытыусыһы Илүзә Нурулла ҡыҙы Даяноваға рәхмәтле. Артабан һәләтемде балалар художество мәктәбендә асырға ла нәҡ ул кәңәш итте, тип иҫкә ала Ренета.
- Ҡул эше менән декрет ялында ултырғанда шөғөлләнә башланым. Ләкин брошкалар эшләй башлағансы, башта фоамирандан, фетрҙан сәскәләр, сувенирҙар яһаным, футболкаларға биҙәктәр төшөрҙөм, түшелдеректәр эшләп ҡараным.
Беҙҙең заманда мөмкинлектәр бик күп, шуға бер генә йүнәлеште һайлау ауыр, үҙемде төрлө һөнәрҙәрҙә һынап ҡарағым килә, - ти Ренета.
- Шул тиклем мөғжизәләр тыуҙырырға ҡайҙан илһам алаһың?
- Мин ҡыҙым менән әсәйемдән илһам алам. Тәүге брошкаларымды ла нәҡ улар өсөн эшләнем. Өҫтәмә сығанаҡтарҙы Интернет селтәренән ҡарайым. Ләкин миңә башҡа ҡул эше оҫталарының эшен ҡабатлап эшләү уйы инеп тә сыҡмай. Сөнки, ҡулдан эшләнгән брошканың бар мәғәнәһе юғала, хатта үҙемдең эштәрҙе лә ҡабатламаҫҡа тырышам.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ).

Гөлсәсәк Аласова.
Роза ТАЖЕТДИНОВА фотоһы.
Читайте нас: