Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
30 Октябрь 2020, 17:50

Алтынай Юнысова шатлығы менән уртаҡлаша

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Алтынай Руденко-Зор (Юнысова) оло ҡыуаныс кисерә: ире Анатолий менән ата-әсә булыу бәхетен татыған. Йәш ғаиләнең бәхеттәрен тулыландырып улдары донъяға килгән.

Был хаҡта Алтынай үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерә. Әлегә улдарына ниндәй исем һайлауҙары әйтелмәй, күрәһең, сер итеп тоталар.
Алтынай Руденко-Зор Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында бик күп сағыу образдар тыуҙырҙы, "Ҡурай" телеканалында алып барыусы булды, шулай уҡ бейеү сәнғәтен үҙ итеүселәр уны "Байыҡ" телевизион конкурсы аша ла бик яҡшы белә.
Алтынай менән тормош юлдашының оло шатлығын беҙ ҙә уртаҡлашабыҙ! Киләсәктә сабыйығыҙ имен-һау, ата-әсәле, һау-сәләмәт үҫһен!
Фото: Алтынай Руденко-Зорҙың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас в