Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
19 Октябрь 2020, 05:21

Ике йорт ҡуянына алмаштырып алған...

Ысынлап та, кәзә һөтө мөғжизәле булып сыға, ҡоралай йәһәт һауығаӨфө ҡалаһында йәшәгән Ихсановтар ғаиләһе ҡоралайҙы үлемдән ҡотҡарған. Хәҙер уны ҡырағай тәбиғәт ҡосағына ҡайтарыу бурысы тора. Һиҙгер һәм бик һаҡ йән эйәһе ул ҡоралай, тәбиғи инстинкттары уны шулай көтөлмәгән хәл-ваҡиғаларҙан һаҡлай. Тик йорт хужабикәһе Регина Ихсановаға ғына ышана, бына биш ай инде уның ҡулынан ашарға, иркәләнергә өйрәнгән. Ихсановтар ҡоралайҙы пейнтбол клубы биләмәһендә йәшәтә. Ҡоралайҙың пейнтбол клубы биләмәһенә килеп эләгеү тарихы түбәндәгесә. Яңы ғына тыуған ҡоралайҙы май айында Бүздәк районы фермеры табып ала. Мал көтөүе араһында тапалған йән эйәһе йәрәхәтләнгән, алғы аяғы һынған була. Фермер уны өйөнә алып ҡайта. Тап шул саҡта Өфөнән килгән Ихсановтар таныштарына һуғыла, яраланған ҡоралайҙы күреп, уға ветеринар ярҙамы кәрәклеген аңлайҙар. Хайуанды йәлләп, үҙҙәренә алмаҡсы булалар. Пейнтбол клубы идарасыһы Юнир Ихсанов әйтеүенсә, ҡоралайҙы ике йорт ҡуянына алмаштырып алалар. Шул уҡ көндә ҡайтып барышлай, ветеринарҙарға шылтыратып, ниндәй ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген асыҡлайҙар. Аяғы ике урындан һынған ҡоралайға операция талап ителә. Ветеринария дауаханалары операция өсөн ҙур хаҡ һорай. Шулай ҙа ветеринар Айнур Макаев бушлай операция яһарға ризалаша. Кәңәшләшкәндән һуң, ҡоралайға кәзә һөтө эсереп, тиҙерәк аяҡҡа баҫтырырға булалар. Ысынлап та, кәзә һөтө мөғжизәле булып сыға, хайуан йәһәт һауыға. Ҡоралайҙың ҡушаматы ла бар - Града, ни өсөн тигәндә, ул табылған көндә республиканың көнбайышында ҡойма боҙ ямғырҙары яуа. Града өсөн махсус ҡатнаш аҙыҡ әҙерләнгән, йәшелсәне лә ярата, тиҙәр. Бында уның өсөн бөтә шарттар бар, тик иректе яратҡан йән эйәһенә тәбиғәттә йәшәү мөһимлеген хужалар аңлай. Әле улар белгестәр менән кәңәшләшеп, Граданы ҡайһы биләмәгә ебәреү мөмкинлеген хәл итәләр. Фото: BashNews Автор: Дина Арсланова https://bash.rbsmi.ru/articles/ekologiya/Ike-yort-uyanina-almashtirip-al-an-503346/

Читайте нас: