Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
14 Октябрь 2020, 13:22

Рәсәй төбәктәренә – башҡорт китаптары

Ырымбур, Силәбе, Һамар, Һарытау, Ҡурған, Свердловск өлкәләренең һәм Пермь крайының 17 китапханаһына 4386 дана китап ебәрелде!

Республиканың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы башҡорт халҡы күпләп йәшәгән төбәктәргә башҡорт китаптары тапшырыу эшен тамамланы. Ырымбур, Силәбе, Һамар, Һарытау, Ҡурған, Свердловск өлкәләренең һәм Пермь крайының 17 китапханаһына 4386 дана китап ебәрелгән. Быйыл “Рәсәй халыҡтары берҙәмлеген нығытыу һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының этномәҙәни үҫеше” дәүләт программаһына ярашлы булдырылған “Башҡорт халҡының этник үҙенсәлеген һаҡлау һәм үҫтереү” программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаға башҡорт халҡы күпләп йәшәгән сит төбәктәрҙәге китапханаларҙы башҡорт телендәге әҙәбиәт менән тәьмин итеү өсөн бер миллион һум аҡса бүленгәйне. Әлеге башланғыс сиктәрендә китаптарҙы туплау һәм ебәреү буйынса иғлан ителгән аукционда З. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте еңеп сыҡты һәм, алдан төҙөлгән килешеүгә ярашлы, Рәсәйҙең ете төбәгенә башҡорт телендәге әҙәбиәтте ебәрҙе. Шулай итеп, әлеге төбәктәрҙәге китапханаларҙың һәр береһенә 258-ешәр дана (86 төрҙәге) китап бушлай тапшырылды. Улар араһында Ш. Бабич, М. Кәрим, З. Биишева, Р. Бикбаев, Н. Мусин, Т. Ғәниева, Р. Назаров, Ғ. Ибраһимов, Ф. Туғыҙбаева, Н. Сәлимовтың китаптары, шулай уҡ балалар, фәнни-популяр һәм тарихи йыйынтыҡтар, русса-башҡортса, башҡортса-русса һүҙлектәр, хәҙерге әҙәби башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге бар. Әлеге сара Рәсәй биләмәһендәге китапханаларҙы башҡорт телендәге китаптар менән байытыуға, фондты яңыртыуға һәм сит төбәктәрҙә йәшәгән башҡорт халҡының социаль-иҡтисади, рухи-мәҙәни үҫешенә булышлыҡ итәсәк. Фото: Республиканың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы. Автор: Гөлдәр Яҡшығолова https://bash.rbsmi.ru/articles/bash-ort-donya-y/R-s-y-t-b-kt-ren--bash-ort-kitaptari-497935/
Читайте нас: