Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
14 Октябрь 2020, 13:27

Матур ҙа, кәрәкле лә һөнәр

Проект сиктәрендә күп балалы әсәләр, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгәндәр, эш эҙләгән ҡатындар бушлай “Парикмахер” һөнәрен үҙләштерҙе.

Башҡортостанда “Матурлыҡ профессионалы” проектын тормошҡа ашырыу тамамланды. Уның сиктәрендә күп балалы ҡатындар, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгән әсәләр, эш эҙләгән ҡатындар бушлай һәр ваҡыт кәрәк булған “Парикмахер” һөнәрен үҙләштерҙе. Был әлеге проекттың Башҡортостан Башлығының граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә бирелгән гранты конкурсында еңеүе арҡаһында мөмкин булды һәм Башҡортостандың Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырылды. Парикмахер һөнәре хеҙмәт баҙарында көрсөк һәм иҡтисадтың түбәнәйеүе шарттарында айырыуса популяр. Бушлай сәс ҡырҡырға һәм прическалар яһарға өйрәнергә теләгән кешеләр бигерәк күп булып сыҡҡан. Тик барлығы 40 урын булған һәм унда һайлап алыу талаптары ҡаты ине: тик яңы белгеслек буйынса артабан эшкә урынлашырға, ғаиләһен ҡарарға һәм ғаилә бюджетын экономияларға теләгәндәр генә һайланды. Уҡытыу Өфө ҡалаһы, Иглин һәм Саҡмағош райондарында ойошторолдо һәм дүрт ай дауам итте. Төп майҙансыҡ булып “Фигаро” парикмахер сәнғәтенең уҡытыу үҙәге һайланды. Тәүҙә ҡатын-ҡыҙҙар теорияны үҙләштерҙе, аҙаҡ практикала яңы һөнәргә өйрәнде. Ә ошо көндәрҙә иһә йомғаҡтар яһалды – практик имтихан үткәрелде һәм сертификаттар тапшырылды. Уҡыусылар уңышлы имтихандарын тапшырҙы, моделдәр яңы оҫталарҙың эштәрен күрһәтеү ойошторҙо. Курстар үткән кешеләр хәҙер ир-ат, ҡатын-ҡыҙ һәм балаларҙың сәсен алыу нескәлектәрен белә, химик бөҙөрләтеү яһарға, сәс буярға һәм прическалар эшләргә өйрәнде. Михайловка ауылынан Елизавета Синекевич ике бала әсәһе, ул инвалид ҡыҙы Софья менән улы Глебты тәрбиәләй. Ул киләсәктә сирле балалары булған әсәләргә ярҙам итергә ҡарар иткән, сөнки улар өсөн бөҙрәханаға барыу бик ауыр. Ә улы Глебта ул ир-ат сәсен алыу өлгәһен күрһәткән. Социаль әһәмиәтле проектты тормошҡа ашырыусы команда үҙ эшенең мөһимлеген аңлай һәм артабан да уҡып сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итәсәк, уларҙы эшкә урынлаштырыуҙа булышлыҡ итәсәк. Проект коммерцияға ҡарамаған “Башҡортостандың прическалар дизайнерҙары, косметологтар һәм визажистар союзы” менән белектә тормошҡа ашырлыған. Был союз республикала үткәрелгән күп сараларҙы ойоштороуҙа ярҙам итә. Улар араһында “Әсә көнө”, “Өлкән йәштәге кешеләр көнө”, “Алтын тараҡ” кеүек саралар бар, улар төрлө оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар үткәрә, республиканың ҡала һәм ауылдарына бара. Автор: Альфия Мингалиева https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Matur-a-k-r-kle-l--n-r-497661/
Читайте нас в