Республика көнө алдынан күптән көтөлгән ваҡиға булды: Өфөнөң Калинин районында төҙөкләндерелеүҙән һуң “Беренсе май” паркы асылды. Тантанала Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Был йәмәғәт майҙаны 1991 йылда ҡаланың “Мотор төҙөүселәр” мәҙәниәт йорто артында булдырылған. Орджоникидзе, Машина эшләүселәр һәм Черниковка урамдары ҡушылған биләмә ҡаланың төньяғында йәшәгән кешеләр өсөн иң яратҡан ял итеү урынына әйләнгән. Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, былтыр ул яңыртыла башланы. Бында парктың үҙәге булған күл эргәһен төҙөкләндергәндәр, уның тирәләй терраса таҡтаһынан эшләнгән юлдар һалып сыҡҡандар. Һыу ятҡылығы уртаһындағы фонтан да яңыртылған. Проектлаусылар парктың барлыҡ йәшел үҫемлектәрен, йәйәүлеләр өсөн юлдарҙы һаҡлап ҡалған, йәнә бер нисәүҙе һалған. Бынан тыш, балалар майҙансығын ҙурайтҡандар, унда уйын һәм спорт зоналары өҫтәлгән. Уларҙың барыһына ла хәүефһеҙ резина япма түшәлгән. Проектҡа ярашлы, иҫке сәхнәне яңыртҡандар. Хәҙер бында артистар өсөн йыл әйләнәһенә эшләйәсәк кейем алмаштырыу бүлмәләре лә бар. Паркта заманса яҡтыртыу системаһы ҡуйылған. Шулай уҡ инфомат булдырылған. Уның аша интернетҡа инеп, ҡаланың иҫтәлекле урындары, маршрут транспорттары буйынса мәғлүмәт алып буласаҡ. Халыҡ һорауы буйынса, бында оҙонлоғо 1,5 километр булған “Сәләмәтлек һуҡмағы” ла булдырылған. Ул гранит валсығы менән ҡапланған, шулай уҡ велосипедсылар өсөн дә юлы бар. – Беҙ был проектҡа бар күңелебеҙҙе һалырға тырыштыҡ, заманса һәм уңайлы парк зонаһы өлгөһөн күрһәткебеҙ килде, – тине Башҡортостан Башлығы. Федераль министр паркты төҙөкләндереүҙе юғары баһаланы. Ул ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн бик матур ял урынына әйләнәсәк, тине. – Өфөлә ҙур майҙанлы, бик матур яңыртылған парк барлыҡҡа килде. Бында йөрөп килергә, әүҙем ял итергә, ижади проекттарҙы тормошҡа ашырырға була. Иң мөһиме - ағастар, үҫемлектәр һаҡланған. ”Беренсе май” паркы тағы ла күберәк халыҡты йәлеп итер тип ышанам, – тине Владимир Якушев. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. Автор: Альфия Мингалиева https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Be-bil-parkka-bar-k-elebe-e-aldi-492908/