Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
8 Октябрь 2020, 05:17

Төп бүләк кемгә булыр?

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе халыҡ араһында бүләктәр отторасаҡ.

Бының өсөн ниндәйҙер ташламаға йәки бүләккә хоҡуҡ биргән QR-коды һәм шәхси номеры булған дүрт мең флаер әҙерләнгән. Был листовкалар республиканың барлыҡ район-ҡалаларына, шулай уҡ уҡыу йорттарына таратылған. Отошта ҡатнашыу өсөн QR-код буйынса үтеү, “Өфө - хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” стелаһын ҡуйыу урыны өсөн тауыш биреү мөһим һәм флаерҙы йомғаҡ үткәрелгәнсе һаҡларға кәрәк. Бүләктәрҙе оттороу 2 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 2-лә “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһенең “Бәйләнештә” төркөмөндә үткәреләсәк. Төп бүләк – Яндекс.Станция колонкаһы. Шулай уҡ “Салауат Юлаев” хоккей командаһы уйынына биш саҡырыу билеты ла әҙерләнгән. Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе сайты. Автор: Рәмилә Мусина https://bash.rbsmi.ru/articles/b-y-k-e-e-g-75/T-p-b-l-k-kemg-bulir-488199/
Читайте нас: