Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
4 Октябрь 2020, 15:53

Наҙгөл финалда ҡатнашасаҡ!

Ҙур концерт 20 ноябрҙә үтә, тап шул тамашала еңеүселәр билдәле буласаҡ. Лауреаттар 300 мең, 200 мең һәм 100 мең һум күләмендә аҡсалата премиялар аласаҡ.

Салауат районы ҡыҙы Наҙгөл Отузова Мәсәғүттә үткән Бөтә Рәсәй “Йәшлек-шоу-2020” фестиваленең һайлап алыу турында еңеп сыҡҡан. Ҡыҙға 10 мең һумлыҡ сертификат тапшырылған, тип һөйөнөп хәбәр итә “Салауат ерендә” гәзите. Хәҙер ул финалда ҡатнашасаҡ. 17-18 ноябрҙә конкурстың тәүге этабында еңеп сыҡҡандар билдәле йырсылар менән бер рәттән гала-концертта ҡатнашыу хоҡуғын яулау өсөн көс һынашасаҡ. Ә ҙур концерт 20 ноябрҙә үтә, тап шул тамашала еңеүселәр билдәле буласаҡ. Лауреаттар 300 мең, 200 мең һәм 100 мең һум күләмендә аҡсалата премиялар аласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Наҙгөл Беренсе каналдағы “Тауыш.Балалар” телевизион проектында ҡатнашып, тамашасылар һөйөүен яуланы, “Өфө тулҡыны” һәм Бөтә Рәсәй “Бөтә тауышҡа” конкурстарында еңеүгә өлгәште. Шамил Әхмәтшин фотоһы. Автор: Дина Арсланова https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Na-g-l-finalda-atnashasa-482914/
Читайте нас: