Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
4 Октябрь 2020, 15:47

Беҙҙе ҡарттар тимәгеҙ әле..."

Улар "Аҡыллы өләсәй кәңәштәре" тигән китаптың һәм "Ә миңә өләсәйем һөйләгәйне..." социаль-ағартыу проектының исем туйын үткәрҙе.

Өфөләге "ВДНХ-Экспо" күргәҙмәләр комплексында "Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмерлелек көндәре" йәрминкәһе үтте. 1-3 октябрҙәге саралар өлкән йәштәге кешеләр өсөн ысын мәғәнәһендә байрамға әүерелде. Күргәҙмәгә килеүселәр ингән урында тән температураһын үлсәткәс һәм ҡулдарын антисептик менән эшкәрткәс, һаулыҡ өсөн тауарҙар һәм хеҙмәттәр алды. Атап әйткәндә, бында хирург, гинеколог, психолог, психотерапевт, профилактикалау һәм тергеҙеү медицинаһы белгестәре кәңәш бирҙе. Йәнә ҡандағы глюкоза кимәленә экспресс-тест үткәрергә, Пенсия фонды, Гигиена һәм эпидемиология үҙәге хеҙмәткәрҙәренән консультация алырға, лекторий майҙансығында 60 йәштән һуң нисек сәләмәтлекте һаҡлау тураһында файҙалы лекция тыңларға мөмкин булды. Ҡыҫҡаһы, өс көн буйы уйындар, конкурстар, презентациялар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Улар араһында концерттар уҙҙы. Бишенсе йыл рәттән "Белем" йәмғиәте клубы ағзалары художестволы сығыштары менән ҡыуандырҙы. Был юлы улар, йыр, бейеү, спектаклдәрҙән тыш, "Аҡыллы өләсәй кәңәштәре" тигән китаптың һәм "Ә миңә өләсәйем һөйләгәйне..." социаль-ағартыу проектының исем туйын үткәрҙе. - Был проекттың маҡсаты буйынса, сәхнәгә өләсәйҙәре менән бергә ейәндәренең дә сығыуы, өлкәндәрҙең уларҙы нимәгә өйрәтеүе тураһында һөйләүе матур өлгө булып тора, - ти Бөтә Рәсәй "Белем" йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе рәйесе Сергей Ширинкин. Бөтә был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән барлыҡҡа килгән "Демография" милли проекты маҡсаттарына яуап бирә. ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Рита Ишниязова. Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Be-e-arttar-tim-ge--le-482961/
Читайте нас: