Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
3 Октябрь 2020, 14:11

Харис Шәрипов нисек уҡырға ингән?

Республика һәм Бөтә Рәсәй йыр конкурстары еңеүсеһе, танылған йырсы Харис Шәрипов Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инеү тарихын бик ҡыҙыҡ итеп һөйләгәйне.

“Әсәйем ныҡ матур йырланы, әммә бер ваҡыт та кеше алдында, сәхнәлә сығыш яһаманы. Уның кеүек мин дә бала саҡта бер ҙә кеше алдында йырламаным. Ояла инем. Әммә йырларға теләгем көслө булды. IX класта уҡығанда мәктәптә үткәрелгән смотрҙа Назар Нәжми һүҙҙәренә Нур Дауытов яҙған “Ҡара муйыл сәскәһендәй” тигән йырҙы башҡарырға батырсылыҡ иттем.
Әлбиттә, бығаса бер ҙә йырламаған кешенең сәхнәгә сығыуына тиңдәштәрем дә, уҡытыусылар ҙа, ауыл халҡы ла аптыраны. Йырымды бик йылы ҡабул иттеләр, оҙаҡ итеп алҡышлауҙарын иҫләйем. Тик район смотрында, мөхәббәт тураһында йыр башҡара тип, финалға үткәрмәнеләр. Киләһе йылына тағы ла нығыраҡ әҙерләнеп, башҡорт халыҡ йыры “Азамат”ты башҡарҙым һәм район кимәлендә еңеүсе булып танылдым.
Шулай бер мәл мәктәп директоры кабинетына саҡыртты. “Һин йырлайһың бит, әйҙә әле, бына ошо ханым тыңлап ҡараһын”, – ти. Йырланым. Тыңланы ла Өфө сәнғәт училищеһына килергә тәҡдим итте. Унда уҡырға инеү үҙемдең дә күптәнге хыялым ине! Шулай итеп, Өфөгә һынау тоторға киттем. Кешенең күплеге! Конкурс ныҡ ҙур ине. Комиссия алдына баҫып, алдан әҙерләгән йырҙы башланым. Туҡтаттылар ҙа:
– Һине алдан тыңлап ҡаранылармы? – тиҙәр.
– Эйе, бер йыуан ғына апай беҙҙең мәктәпкә килгәнендә тыңлағайны, – тип яуаплайым. Комиссиялағылар рәхәтләнеп көлә... Эй, ауыл балаһының бер ҡатлылығы!..
Шулай, һынауҙарҙы уңышлы тапшырып, ҙур ғына конкурс аша үтеп, сәнғәт училищеһы студенты булып киттем. Ә теге апай бик күп йырсылар әҙерләгән билдәле педагог Рәйсә Рәхим ҡыҙы Әхмәҙиева булып сыҡты...”
Фото: Х. Шәриповтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
Читайте нас: