Республиканың Ата-әсәләр һәм педагогтар ассоциацияһы “Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте” проекты менән Башҡортостан Башлығы грантына конкурста еңеү яулағайны. Ошо проектты тормошҡа ашырып, ассоциация күп балалы ғаиләләр араһында “Кадрҙа – ғаилә” тип аталған конкурс үткәрҙе. Уны ойоштороуҙа Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды, Мәғариф һәм фән, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары, Нуриман районы хакимиәте булышлыҡ күрһәтте. Конкурсҡа республиканың 38 ҡала һәм районынан 105 ғариза ҡабул ителгән. Күп балалы ғаиләләр тәҡдим иткән видеояҙмалар ғаилә кәсепселегенә, ижади һәләттәрҙе үҫтереүгә, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға арналған ине. Улар үҙ иткән кәсептәр араһында икмәк бешереү, балта эше, умартасылыҡ, йылҡысылыҡ, ҡымыҙ етештереү, шифалы үләндәр йыйыу һәм башҡа бихисап матур шөғөлдәр бар. Конкурстың төп еңеүселәре булып Өфө ҡалаһынан дарыу үләндәре йыйыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнгән Ватолиндар һәм Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан умартасылыҡты төп кәсебе иткән Солтановтар танылды. Еңеүсе ғаиләләр ҡунаҡсыл, хозур Нуриман районына өс көнлөк сәйәхәт менән бүләкләнде. Бында улар район кәсепселәренең оҫталыҡ дәрестәрендә, ижади һәм спорт конкурстарында ҡатнашты, данлыҡлы Ҡыҙыл Шишмә сығанағында, Павловка һыуһаҡлағысында экскурсияла булды, балыҡ тотоу һәм унан аш бешереү буйынса ярышты. Сәйәхәттең һәр мәле профессиональ төркөм тарафынан видеояҙмаға төшөрөп барылды. Уның нигеҙендә “Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте” тигән фильм эшләнәсәк. Ул республика телеканалдары, ғаилә порталы, Интернет селтәре аша күрһәтеләсәк, шулай уҡ быйылғы йылдың 27 ноябрендә проекттың финалы булараҡ үтәсәк “Ғаилә ҡиммәттәре–2020” күп балалы ғаиләләр фестивалендә тәҡдим ителәсәк. Фото: Республиканың Ата-әсәләр һәм педагогтар ассоциацияһы. Автор: Гөлдәр Яҡшығолова https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/ur-ail-ne--ur-s-y-h-te-479401/