Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
28 Сентябрь 2020, 14:35

Кәтибә Кинйәбулатова исемендәге премия лауреаттары билдәләнде

Еңеүселәр ике номинацияла билдәләнде: әҙәбиәт һәм тыуған яҡты өйрәнеү буйынса.

Силәбе өлкәһенең Арғаяш район хакимиәтендә Кәтибә Кинйәбулатова исемендәге премияны тапшырыу тантанаһы үтте. Был бүләк 2017 йылда халыҡ депутаттары советы тарафынан ойошторолоп, ике йылға бер тапҡыр тапшырылып килә. Еңеүселәр ике номинацияла билдәләнде: әҙәбиәт һәм тыуған яҡты өйрәнеү буйынса. Силәбе өлкәһендәге М. Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе, Силәбе, Ҡурған өлкәләренең туған тел уҡытыусылары ассоциацияһы етәксеһе, Арғаяш район гәзите "Восход" тың "Арғужа" исемле башҡорт телендәге ҡушымтаһының йәмәғәт мөхәррире, филология фәндәре кандидаты, шағир Ҡамса Дәүләтбай улы Мортазин һәм Арғаяш районындағы "Таң нурҙары" әҙәби берекмәһе етәксеһе, сит телдәр уҡытыусыһы, шағирә Гөльямал Абдулхаҡ ҡыҙы Нәзмиева улар. Сәфинә Хәкимова-Фәтхетдинова, Магнитогорск ҡалаһындағы "Аҡ ҡауырһын" әҙәби берекмәһе етәксеһе. Автор фотоһы. Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/K-tib-Kiny-bulatova-isemend-ge-premiya-laureattari-bild-l-nde-473598/
Читайте нас: