Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
26 Сентябрь 2020, 18:25

Урман шаулап үҫер...

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районының Бүләкәй ауылы эргәһендәге 4,8 гектар майҙанда 30 меңдән ашыу ҡарағай һәм шыршы үҫентеләре ултыртылды. Бөтә Рәсәйҙең “Йәшел Рәсәй” һәм “Урманды һаҡлайыҡ” акциялары сиктәрендә, Урман хужалығы министрлығының Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Еңеү урманы” республика акцияһында барлығы 250-нән ашыу кеше ҡатнашты. Улар араһында тирә-яҡ ауылдар халҡы, мәктәптәр уҡыусылары район хакимиәте һәм хеҙмәт коллективтары хеҙмәткәрҙәре, волонтерҙар, “Өфө урман техникумы” студенттары бар ине.

Был сарала шулай уҡ БР Хөкүмәте Премьер-министры – БР Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, Волга буйы федераль округы буйынса урман хужалығы департаменты начальнигы вазифаһын башҡарыусы Сергей Ковалев, БР Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов, БР сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев, район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров сығыш яһаны.
- Хөрмәтле ҡунаҡтар, ҡәҙерле дуҫтар. Бөгөн Бүләкәй ерендә Советтар Союзы Геройы Иван Полунин иҫтәлегенә Хәтер аллеяһы ултыртылыуы ҡыуаныслы хәл. Был изге традиция республикала электән һаҡланып килә, унда йыл һайын ун меңдән ашыу республика халҡы ҡатнаша. Ағас ултыртыу һәр кемдең изге бурысы икәнлеген аңлайбыҙ һәм яу ерендә һәләк булғандар иҫтәлегенә урман шаулап үҫер һәм киләсәк быуындарға ла һаҡланыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ, - тине Әлфирә Фәрхәт улы.
- Беҙҙең маҡсат – урманға ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, йәмәғәтселектең иғтибарын урман ресурстарын һаҡлауға һәм тергеҙеүгә йүнәлтеү”, - тине Волга буйы федераль округы буйынса урман хужалығы департаменты начальнигы вазифаһын башҡарыусы Сергей Ковалев.
Әбейҙәр сыуағының ҡояшлы көнө, тәбиғәттең саф һауаһы һәм район Мәҙәниәт һарайы артистарының моңло йырҙары ағас ултыртыусыларҙың кәйефен күтәреп, был сараға байрам йәме өҫтәне. Ә инде өмә аҙағында район ҡулланыусылар йәмғиәте әҙерләгән һалдат бутҡаһы менән балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә рәхәтләнеп һыйланды.
Олеся Федорова, Урман техникумының 3 курс студенты, Матросовка ауылы: - Үҙебеҙҙең районға ҡайтып ошондай ҙур сарала ҡатнашыуыма бик шатмын. Ағас ултыртыу эшен төп һөнәре итеп һайлаған кешеләр менән аралаша алыуым минең өсөн бик әһәмиәтле. Уларға ҡарап, киләсәктә һайлаған һөнәрем менән шөғөлләнәсәгемә шигем юҡ.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.
Читайте нас: