Унда һәр кемдең атаһы, олатаһы, ағай-бабайҙары хөрмәтенә исемләп ағас ултыртыу мөмкинлеге булды. Иң тәүге 1-се һанлы ағас 112-се кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовҡа исемләп ултыртылды.
Был акцияла хәрби комиссариат, полиция, ауыл хакимиәте, ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре, “Йәш гвардия”, “Берҙәм Рәсәй”, инвалидтар һәм ветерандар ойошмалары ағзалары ҡатнашты. Шулай уҡ сарала муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, Башҡортостан Республикаһында Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек ойошмаһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Ришат Аллағужин “Берҙәм Рәсәй” төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Юнир Ҡотлоғужин булды.