Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
16 Сентябрь 2020, 15:46

Шайморатовсыларға кейем килеште!

Уҡыусыларҙы “шайморатовсылар”ға арнау тантанаһы 11 октябрҙә үтәсәк.

Өфөлә шайморатовсылар – Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге класс уҡыусылары өсөн яңы форма булдырылды. Уны “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы етештерә.
Малайҙар өсөн күк төҫтәге пинжәк һәм салбар, ҡыҙҙар өсөн шул уҡ төҫтәге юбка һәм пинжәк тегеләсәк. Пинжәктар башҡорт камзулы стилендә уйланылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар Рәми Ғарипов исемендәге Республика башҡорт гимназия-интернатында, 44-се һәм 162-се күп профилле полилингваль мәктәптәрҙә барлыҡҡа килде. Уҡыусыларҙы “шайморатовсылар”ға арнау тантанаһы 11 октябрҙә - Республика көнөнөдә үтәсәк. Йыл һайын уҡыусыларға “Йәш шайморатовсы” почетлы билдәһе тапшырыласаҡ. Бынан тыш, был мәктәптәрҙә “Беҙ - шайморатовсылар” тигән хәрби-патриотик клубтар эшләйәсәк.
Фото: ”Башинформ”.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/Shaymoratovsilar-a-keyem-kileshte-455872/
Читайте нас: