Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
14 Сентябрь 2020, 14:50

Төшкө ашҡа - бәшмәкле картуф

Яңы ғына йыйылған бәшмәктәрҙе йыуып, бер аҙ һалҡын һыуҙа тотҡандан һуң 30-45 минут ҡайнатып алдым. Өҫтөнә йыйылған күбекте мотлаҡ алып торорға кәрәк.

Һуңынан бер табала һуған менән бәшмәкте ҡыҙҙырҙым. Икенсеһендә һуған менән картуфты ҡыҙҙырып алдым да, икеһен бергә ҡушып бутаным. Иҫ киткес тәмле ризыҡ килеп сыҡты. Хатта, балалар ҙа яратып ашаны. Бына бит ул көҙгө байлыҡ, аяҡ аҫтында ята!
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.
Читайте нас: