Бөгөн “Салауат Юлаев” хоккей командаһы үҙ боҙонда Омск ҡалаһының “Авангард”ын ҡабул итте. Беҙ еңдек: иҫәп – 3:2!
Яҡташтарыбыҙ ҡаршы яҡ ҡапҡаһына, уйын башланыуға 23 секунд та үтмәне, шайба индерҙе. Евгений Бирюковҡа “афарин”дан башҡа һүҙ юҡ! Ә тағы ла ике шайбаның хужаһы – Тему Хартикайнен.
Әлбиттә, уйын ҡағиҙәләрен боҙоуҙар ҙа булды, әммә күп түгел.
"Хоккей һағындырған, – ти көйәрмән Сабир Рәжәпов. – Уйындарҙы ҡалдырмаҫҡа тырышам. "Салауат Юлаев" уйынсыларының бөгөнгө уйынынан ҡәнәғәтлек кисерҙем".
Киләһе уйын 15 сентябрҙә Өфөлә үтә, “Салауат Юлаев” командаһы Түбәнге Новгород ҡалаһының “Торпедо”һы менән көс һынашасаҡ.