Яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев ҙур геройлыҡ ҡылды! Ул, ниһайәт, Эльбрусҡа менеп етте. Билдәле булыуынса, был тау - Рәсәйҙә иң бейеге. “Мин Эльбрусҡа менә алдым! Көсөм ҡалманы, ныҡ арыным. Үҙ хәлемә ҡайтҡас, бәйләнешкә сығырмын. Ҡулдарым өҙөлөп бара”, - тип яҙҙы яҡташыбыҙ Инстаграмда. Рөстәм илдең иң юғары тауына менеү маҡсатын үҙенә үҙе ҡуйғайны. Уны тормошҡа ашырыу өсөн ул ярты йыл самаһы ныҡлы күнекмәләр үткән, шөғөлләнгән. Тәүге план буйынса, Рөстәм боҙло тау башына махсус санаға ултырып күтәрелергә тейеш ине. Тик урынға барып еткәс, ниәте үҙгәрә. һәм яҡташыбыҙ тау башына үҙ ҡулдарында менергә ҡарар итә. Һис шикһеҙ, был бик ныҡ ауыр була. Ләкин Рөстәм бирешмәй, маҡсатына өлгәшә. Инстаграм аша күҙәтеп барған кешеләр белә: командалағы башҡалар Рөстәмдән алдараҡ тауға менеүгә өлгәшә һәм ҡайтып китә, ә уға һауа шарттарына бәйле тотҡарланырға тура килә. Шулай ҙа бирешмәй! Әлегә Рөстәм бәйләнешкә сыҡманы, ҡатыны Индира ғына уның хәл-торошо хаҡында хәбәр итеп тора. Әйткәндәй, ҡатыны иренең уңышына шатланып, ғорурлығынан илап алғаны хаҡында ла әйткән. Фото: Инстаграм. Автор: Альфия Мингалиева