Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
13 Сентябрь 2020, 07:06

Радик Юлъяҡшин сюрприз әҙерләгән

"Пандемия минең өсөн файҙаға булды. Ни өсөн тигәндә..."

Күптәргә зыян килтергән коронавирустың да ыңғай яғын күреүселәр байтаҡ. Улар араһында пандемия ваҡытында эшһеҙ ҡалған артистар ҙа бар. Мәҫәлән, Радик Юлъяҡшин яҡын арала яңы альбом сығарырға йыйына. Был турала “100% Татарстан” порталына биргән интервьюһында әйткән ул. Яңы альбом сентябрь аҙағы йәки октябрь башында сығасаҡ. Унда өс телдә – башҡортса, татарса һәм русса башҡарылған етешәр композиция инәсәк. "Пандемия минең өсөн файҙаға булды. Ни өсөн тигәндә, өйҙә тыныс ҡына ултырып, альбом яҙҙым. Ә уға тиклем бының өсөн ваҡыт юҡ ине, сөнки беҙҙең гастролдәр графигы бер йылға алға яҙылып ҡуйылған", - тигән артист. Фото: Инстаграм. Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: