Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
10 Сентябрь 2020, 12:45

Үҙ баҡсаңдан - мул уңыш

Быйыл көҙ бигерәк тә уңышҡа мул булды. Кемде генә күрһәң дә, баҡсанан сығып булмай, хатта, емеш-еләкте йыйып өлгөрә алмайбыҙ, тиҙәр. Шулай ҙа уңған хужабикәләр үҫкән уңыштың файҙаһын күрергә тырыша. Кемдер ҡышҡылыҡҡа күп итеп помидор-ҡыяр, ҡабаҡ тоҙлай, мариновать итә, салаттар яһай, алма, груша, сейә, сливаларҙан компоттар ҡайната, киптереп тә ҡуя.

Ә бына Бишауыл-Уңғар ауылынан Фәһимә Абдрафиҡова баҡсаһында үҫкән барлыҡ еләк-емешен, йәшелсәһен йыйып алып, фотоға төшөргән. Үҙе артынан башҡаларға ла көҙгө баҡсаның муллыҡтарын күрһәтергә саҡыра.
Был тиклем уңышты эшкәртеп бөтөргә лә кәрәк бит әле. "Үҫтереүен үҫтергәс, барыһын да эш итергә тырышам. Банкаларға турап салаттар эшләһәң, ашала ла ул, кеше килгәндә лә ултыртаһың, күсәнәскә лә шәп булып ҡала", - ти бар яҡлап та уңған хужабикә.
Читайте нас: