Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
9 Сентябрь 2020, 14:25

Ибраһимдар моратына иреште

Изге йома көнө алдынан иртән-иртүк Ибраһим ауылы халҡы һәм ситтән ҡайтҡан ҡунаҡтар Дан стелаһын асыу тантанаһына ашыҡты. Ошо көндө яҡынайтыу өсөн бар тырышлыҡтарын һәм көстәрен һалып тырышҡан ауылдаштарҙың барыһының да йөҙҙәрендә шат йылмайыу, күҙҙәрендә ғорурлыҡ һәм ҡәнәғәтлек осҡондары балҡый ине.

Уларҙың шатлығын уртаҡлашырға муниципаль район хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Фәрғәт Ҡотлобаев, ошо ауылда тыуып үҫкән яҙыусы, филология фәндәре докторы, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, профессор Тимерғәле Килмөхәмәтов, “Карьер” йәмғиәте директоры Ришат Ғәлләмов, ветерандар ойошмаһы рәйесе Ринат Баязитов, Һәүәләй ауыл Советы хакимиәте башлығы Тимур Ғәләүетдиновтар ҙа килде.
Ауылдың муллаһы Әнүәр Садиҡов матур итеп аҙан әйтеп, стела асылғандан һуң һүҙ ҡунаҡтарға бирелде.
- Хөрмәтле Ибраһим ауылы - Йомран иле халҡы, бөгөн мин ҙур ғорурлыҡ менән ошо байрамға килдем һәм ихлас күңелдән барығыҙҙы ла ҡыуанылы ваҡиға менән ҡотлайым. Бер нисә йылдар инде районыбыҙҙа алыҫ һуғыш яландарына сығып китеп, батырҙарса баштарын һалған һәм ауылдарына әйләнеп ҡайтып, эшләп йөрөп, яуҙа алған ҡаты яраларҙан вафат булған яугирҙәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү изге йолаға әүерелде. Быйылғы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын байрам итеү йылында ғына ошондай обелисктар Кәсеүән, Малай, Үрге һәм Түбәнге Төкөн ауылдарында асылды. Күбеһенсә, был мөһим эште халыҡтан аҡса йыйып, иғәнәселәрҙе йәлеп итеп һәм ҡул ярҙамы күрһәтеп ауыл халҡы үҙҙәре башҡарҙы.
Ауылда мәсет һәм Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге музей менән бер рәттән тағы бер мөһим урын барлыҡҡа килде. Стелалағы таҡтаташта үҙ атаһының-олатаһының, ағай-бабайҙарының исемдәрен күргеһе килгән һәр кем был изге урынға килеп йөрөр, киләсәк быуынға ла дәһшәтле һуғыш хаҡында һөйләп, аңлатып үҫтерер, тигән өмөттә ҡалам. Бер ҡасан да һуғыштар булмаһын, доньялар яҡты, имен һәм тыныс булһын, - тине үҙ телмәрендә муниципаль район хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Фәрғәт Ҡотлобаев.
Ауыл биләмәһенең йәмәғәтселек эштәрендә әүҙем ҡатнашҡандары һәм дан аллеяһын төҙөүҙә ярҙам иткәндәре өсөн Зөлфир Баязитов, Ғәзим Мурзин, Әхмәт Бәширов, Сәлих Дәүләтбаев, Тимерғәле Килмәхәмәтов, Рәмилә Камалова, Миңлегөл Әминевалар уның ҡулынан Рәхмәт хаттары алды.
Тимерғәле Әбделғәзим улы Килмөхәмәтовтың сығышы бигерәк тә тулҡынландырғыс булды.
- Бөйөк Ватан һуғышына беҙҙең ауылдан 200-гә яҡын кеше киткән, уларҙың яртыһы тиерлек яу яланында һәләк булып ҡалған. Һәр ғаиләнән 3-әр, 4-әр, 5-әр кеше һуғышта ҡатнашҡан. Шуға ла, ауылыбыҙҙы батырҙар ауылы тип әйтер инем. Бөгөн яугирҙәребеҙ киренән әйләнеп ҡайтты. Улар ауылға ингән кешеләрҙе сәләмләп һәм юлға сығып киткәндәрҙе оҙатып ҡалырҙар...
2011 йылда ауылда мәсет асыу тантанаһында сығыш яһағанда, ошо урында фронтовиктарға һәйкәл асырға кәрәк тигән тәҡдим белдергән инем. Аллаға шөкөр, бөгөн был ниәтебеҙ бойомға ашты. Уны төҙөүҙә ауылдың һәр кешеһе ҡулынан килгәнсә үҙ өлөшөн индерҙе.
Был урында соҡор ине, уны тигеҙләтеү өсөн машина-машина ҡом килтерелде, плиталар түшәлде, стеланың стенаһы эшләнде. Ҡалала эшләп йөрөгән ауылдашыбыҙ Сәлих Дәүләтбаевҡа, ауылыбыҙҙың активистары Рәмилә Камаловаға, Гөлнара Әбдрәхимоваға айырыуса ҙур рәхмәт.
Тимерғәле Әбделғәҙим улы, киләсәктә стела ҡаршыһына ике яҡлап тыл эшсәндәренең фотоһүрәттәренән аллея төҙөргә, сәскәләр һәм ағастар ултыртып йәшелләндерергә тигән фекерен дә белдерҙе. Ауыл халҡы уның тәҡдимен бер тауыштан хуплап ҡабул итте.
Һәүәләй ауыл Советы хакимиәте башлығы Тимур Ғәләүетдинов ауыл халҡын ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотлап, шулай уҡ һәйкәлде төҙөүҙә әүҙемлек күрһәткән бер төркөм кешеләргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Ауылдың муллаһы Әнүәр Садиҡов, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге музей директоры Ғәзимйән Ибраһимов, тыл ветераны Фидалия Миһрановаларҙың ауылдары өсөн янып һөйләгән телмәрҙәре бик фәһемле булды.
Ибраһим ауылы халҡының берҙәм, дәррәү икәнлеге, бер-береһен хуплап, маҡтап тороуҙары күренде байрамда. Мәҫәлән, бар эштәрҙең дә уртаһында ҡайнаған Сәлих Нәжип улы Дәүләтбаевҡа был көндө бик күп рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Ул ауылдаштарын йыйып төҙөлөш эштәрен алып барған, баш ҡалала плиталарға яугирҙәрҙең исемдәрен яҙҙырған, һуңынан асыҡланған йәиһә онотолоп ҡалған исемдәрҙе яңынан барып төҙәттереп,
плиталарҙы үҙ машинаһында алып ҡайтҡан.
Рәмилә Рәшит ҡыҙы Камалова иһә иң тәү башлап, халыҡтан биләмәне ҡоймалау өсөн рәшәткәләр алырға аҡса йыя. Уның тырышлығы менән район бюджетынан да тейешле аҡса юллап алына.
- Ауылдың элекке худождество етәксеһе Гөлнара Әбдрәхимова ватсапта махсус төркөм булдырып, һуғышта ҡатнашҡан һәм еңеү яулап ҡайтҡандарҙың, тыл эшсәндәренең исемлеген төҙөнө. Ҡайһы фронтта ҡатнашҡандары, ниндәй наградаларға лайыҡ булғандары хаҡында ла мәғлүмәттәр тапты. Был эштә тотош ауыл халҡы ҡатнашты. Киләсәктә ул туплаған мәғлүмәттәрҙән брошюра ла сығарырға булыр. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына унан бик шәп бүләк булды, - тип шатланып һөйләй ауылдың ҡантын-ҡыҙҙар ҡоро етәксеһе береһе Фәүзиә Латипова.
Йырға-шиғырға ла маһир икән ибраһимдар. Сажиҙә Әхмәҙиеваның “Атайыма”, Рәғиҙә Дәүләтбаеваның “Хәбәрһеҙ юғалғандар” йырын гармунда уйнап йырлауын тамашасылар яратып тыңланы. Һәүәләй ауыл клубының художество етәксеһе Айҙар Мөхәмәтгәрәев, Аделина Рамазанованың бейеүе лә алҡыштарға күмелде.
Автор фотолары.
Читайте нас: