Даирә
-17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
7 Сентябрь 2020, 13:00

Зиләрә ниндәй емеш ярата?

Алма беш - ауыҙыма төш, тип ятыусылар түгел, ә тәбиғәт биргән был бүләкте әрәм-шәрәм итмәй әҙерләүселәрҙең күплеге ҡыуандыра.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Зиләрә Юлтаева йыл да витаминдарға бай емеш-еләкте ҡышҡылыҡҡа туплай.
- Быйыл йыл шул хәтлем яҡшы килде, уңыш мул булды, – тип һөйләй Зиләрә. – Мәҫәлән, алманы ғына алып ҡарағанда, уның ниндәй генә төрөн һатмайҙар баҙарҙа. Алманан ҡайнатма, һут кеүек ризыҡ-эсемлектәр әҙерләргә мөмкин, бары тик йыбанма ғына. Беҙҙең аш өҫтәленән алма өҙөлмәй. Алма беш - ауыҙыма төш, тип ятыусылар түгел, ә тәбиғәт биргән был бүләкте әрәм-шәрәм итмәй әҙерләүселәрҙең күплеге ҡыуандыра.
Зиләрә Юлтаева әйтеүенсә, беҙҙең тәбиғәт шарттарында ауылдарҙа алманың йәнең теләгән төрөн үҫтереүе ауыр түгел.
Фото: “Бәйләнештә” селтәренән.
Илдар Аҡьюлов
Читайте нас: