Бәйгелә һынау тотор өсөн түбәндәге талаптарҙы үтәү мөһим: милли колоритлы, матур, сифатлы фотоһүрәтегеҙ менән бергә үҙегеҙҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫеүегеҙ, яратҡан шөғөлөгөҙ, ҡаҙаныштарығыҙ тураһында хат яҙып ебәрегеҙ.
Беҙҙең электрон адрес:
bashkortostan.gazeta@mail.ru
1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра.
2-се турға сығыусылар интернет киңлектәрендә тауыш йыясаҡ.
Финалға үтеүселәрҙе абруйлы жюри ағзалары баһалаясаҡ. Интернет киңлектәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыуҡайы” номинацияһында билдәләнәсәк.
Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм фотобәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фотоһы гәзит календарын биҙәйәсәк.
Мин – Өфө һылыуы Илнара Рахманғолова. 1998 йылда донъяға килгәнмен. БДУ-ны тамамлап, ҡулыма диплом алған йәш белгес. Халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте үҙенә йәлеп итә. Уны бар донъяға танытыуҙы үҙемдең төп бурысым һанайым.
Интернет селтәрендә башҡорт платформаһы булдырҙым. Милли кейемдәрҙә башҡорт халҡының асылын сағылдырған видеояҙмалар төшөрәбеҙ. Эшебеҙҙе донъяның төрлө төбәктәренән миллионға яҡын кеше күҙәтә.
Шулай уҡ “Башмоделс” исемле проектым да уңышлы эшләп килә. Милли кейемдәрҙә фотосессия ойошторам. Киләсәктә үҙемде эшҡыуарлыҡ өлкәһендә һынап ҡарамаҡсымын.
Хыялым – тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшеү, үҙемде төрлө яҡлап үҫтереү.
Автор: Рубриканы Миңлегөл ТӨЛКӨБАЕВА алып бара.