Даирә
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
13 Август 2020, 12:45

Хәйбулла һылыуы бер юлы 170 килограмм бәшмәк йыйған

Әбйәлил районында бәшмәктән ағыуланған ғаилә фажиғәһенән һуң, ашарға яраған һәм ярамаған бәшмәктәр тураһында тағы бер иҫкәртке килә. Белмәгән бәшмәкте йыйыуҙан баш тартырға кәрәк. Ә бына бәшмәкте һәйбәт белгән осраҡта ул тәмле һәм үҙенсәлекле аҙыҡ.

Хәйбулла районының Үрнәк ауылында йәшәүсе Гөлназ Кужина бәшмәктәрҙең төрҙәрен һәйбәт белә. Был юлы улар 170 килограмм һаңғырау бәшмәк (дождевик) йыйып алып ҡайтҡан!
Һаңғырау бәшмәк - ямғырҙан һуң сыҡҡан шампиньондың бер төрө. Уның ауырлығы 10 кг артып китә. Ваҡытында йыйып алмаһаң, һоро төҫтә, борҡаҡҡа әйләнә, ундайын ашарға ярамай. Тирҽҫлҽ ҽрҙә күп уҫә.
Был сама бәшмәкте нишләтәһегеҙ тип аптырап һорайым Гөлназдан.
-Ҡышҡылыҡҡа әҙерләйбеҙ, ҡурып ашайбыҙ. Тышын һыҙырып, шырпы ҡабы ҙурлыҡта турап, самалап тоҙ һалып, һыуын һарҡытып һары майҙа, табала, ҡыҙҙырабыҙ. Бҽр тапҡыр бҽшҽрмәлҽ итҽп шыптырҙарға һалып, морозильникка һалабыҙ. Алаһың да ҡыҙҙыраһың бәрәңгҽгә йә булмаһа, макаронға ҡушып ашайбыҙ. Тәмлҽ һәм файҙалы. Тик белмәгән, шик тыуҙырған бәшмәккә теймәгеҙ, - ти уңған хужабикә.



Автор: Лилия Нуретдинова.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/408768
Читайте нас: