Даирә
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
5 Август 2020, 11:50
Рөстәм Нәбиев Эльбрусты яулармы...
Билдәле блогер Рөстәм Нәбиев Эльбрус тауын яуларға уйлай. Ә бейеклеге ул тауҙың беләһегеҙме - 5642 метр!
Быға тиклем ике аяҡһыҙ бер кешенең дә бындай бейеклекте яулағаны булмағайны. Саҡмағош егете Рөстәм Нәбиевҡа был ҡаршылыҡтар, бәлки, тиҙ бирешер, ҡарап ҡарайыҡ...
Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә бәйән итә.
"Мин бер ҡасан да инвалид арбаһында ҡалырға теләмәгәйнем. Был турала бер ваҡытта ла уйламаным да. Бындай тормош - ул һынау. Ә һынауҙар бер ҡасан да еңел булмай.
⠀
Бына дүрт йыл буйына мин инвалидлыҡ алған кешеләрҙең башҡаларҙан күберәк булдыра алыуын иҫбатларға тырышам, сөнки беҙ - көслө һәм бәйһеҙ кешеләр.
Шуға күрә мин үҙемә яңы саҡырыу ташлайым: 1-10 сентябрь көндәрендә илебеҙҙең иң юғары үрҙәренең береһен — Эльбрусты (5642) яуларға ниәтләйем.
Мин ҡурҡаммы? Әлбиттә, әммә мин үҙемә ышанам, Хоҙай бойорһа, 1,5 айҙан һуң социаль селтәрҙәрҙә: "Рөстәм Нәбиев Эльбрусты үҙенә буйһондорҙо!" тигән яҙыуҙарҙы уҡыясаҡһығыҙ.
Фото:Go29.ru
Автор: Самат Ғәлин
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/R-st-m-N-biev-Elbrusti-yaularmi-395749/
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?