Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
5 Август 2020, 12:25

Мәсет - ауылға бәрәкәт

Дүрт йыл элек Мырҙа ауылында буласаҡ мәсеткә нигеҙ һалынып, эш башланғаны тураһында хәбарҙар булған инек. Был сауаплы эшкә ауыл халҡы дәррәү тотондо. Һәр бер кеше үҙ өлөшөн индерергә тырышты: кемдер ҡул көсө менән терәк булһа, кемдер аҡсалата ярҙам итте, кемдер фәһемле кәңәштәрен бирҙе. Ниһайәт, Аллаға шөкөр, был изге эш атҡарылып сыҡты һәм Ҡорбан байрамына тағы бер байрам өҫтәлеп, ауылда “Ихлас”мәсет асылды.

  • Иман йорто асылыу тантанаһына район Советы рәйесе сәркәтибе Айрат Сәитғәлин, Яңы Ҡыйышҡы ауыл Советы хакимиәте башлығы Гөлсәсәк Сәғитова, райондың имам-мөхтәсибе Ирек хәҙрәт Әбүталипов, сит тарафтарҙан ҡайтҡан ауылдаштар һәм ауыл халҡы йыйылды.
    Мәсетте асыу тантаһы алдынан Ирек хәҙрәт Ҡөръән аяты уҡығандан һуң, һүҙ Айрат Зәки улына бирелде.
    - Ысынлап та, бөгөн мырҙалыларға ҙур байрам, үҙ мәсеттәре булды. Район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров һәм район Советы рәйесе Зөлфиә Ҡотлоева исеменән ысын күңелдән Ҡорбан байрамы һәм ошо тантаналы көн менән ҡотлайым. Теләк шул: ошо изге йорттоң ишектәре байрам һәм йома көндәрендә генә түгел, һәр көн асыҡ булһын, олоһо ла, йәштәр ҙә дин юлына тартылһын, күңелдәренә тыныслыҡ, килеп тыуған һорауҙарға яуап алһын, сөнки мәсет - Аллаһы Тәғәлә менән аралашыу йорто. Мәсетте төҙөүҙә финанс яҡтан ҙур ярҙам күрһәткән бағыусыларыбыҙға: ошо ауылда тыуып үҫеп, әлеге көндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе, “Нурлы ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Марат Әнүрбәк улы Үтәғоловҡа, уның хәләл ефете -“Яҡташ” сауҙа-сервис комплексы ойоштороусыһы Гөлнара Фәнис ҡыҙы Мөхәмәтйәноваға оло рәхмәтемде белдерәм. Улар тыуған ауылына ғына түгел, район һәм республика мәнфәғәтенә лә ҙур өлөш индерәләр, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерҙәр, - тине Айрат Закир улы һәм төҙөлөш ваҡытында ярҙам итеүселәргә район хакимиәте башлығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
    - Яҡташтарыбыҙҙың кесе ватанын онотмауҙары, уны төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнашыуҙры ҡыуаныслы. Яңы мәсет буш булмаҫҡа тейеш, ошо изге урында ысын ислам йолаларын тергеҙеп, бөтә мөһим байрамдарҙы һәм мосолман йолаларын уҙғарайыҡ. Мәсет ауыл халҡына тағы ла оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен. Уға нигеҙ һалыусыларға, төҙөлөшкә үҙ өлөшөн индереүсе һәр кемгә сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм, — тине ауыл хәкимиәте башлығы Гөлсәсәк Сәғитова һәм ауыл халҡына ауыл биләмәһе хакимиәте исеменән Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
    Сараға йыйылыусылар үҙҙәренең изге теләктәрен еткерҙе, изге йортҡа алып килгән бүләктәрен тапшырҙы һәм хәйер саҙаҡаһы һалды. Изге ниәт менән уҙғарылған тантанала йола буйынса байрам хөрмәтенә ҡорбан салынды. Халыҡ усаҡта бешкән тәмле былау һәм үҙҙәре менән алып килгән күстәнәстәр менән сәй табынында һыйланды.
    - Ауылда мәсет булыуы ҙур шатлыҡ. Уны төҙөүҙә ҡыйынлыҡтар, ҡаршылыҡтар килеп тыуманы. Ошо ауылда тыуып үҫеп, сит тарафта йәшәгәс, үҙемдән һуң балаларыма, ейәндәремә бер эҙ ҡалдыраһы килде һәм мәсет төҙөү уйы барлыҡҡа килде. Ысын күңелдән, йөрәктән атҡарылып сығарылды был эш. Һәр кем ярҙам ҡулы һуҙҙы. Кәңәшләшеп, “Ихлас” исемен һайланыҡ. Барлыҡ халыҡҡа оло рәхмәтемде белдерәм. Был йорт һәммәбеҙ өсөн дә бик кәрәк: балаларыбыҙ иман юлына баҫыр, яңы өйләнешкән парҙарға никахтар уҡылыр, шулай уҡ яңы тыуған балаларға исем ҡушылыр, - тине Марат Үтәғолов.
    Эйе, бәләкәй генә ауылдарҙа төҙөү, төҙөкләндереү эштәре ойоштороу еңелдән түгел, бигерәк тә хәҙерге заманда. Сөнки ауылда халыҡ аҙ, күбеһе оло йәштәгеләр. Ләкин шулай булыуыға ҡарамаҫтан, мырҙалылар тырышты, һәр кем үҙ көсөн һалды. Ситтә йәшәүсе үҙебеҙҙең ауыл ҡыҙҙары Мәмдүҙә Ҡоҙаярова, Мәҙинә Әминева, Юлиә Яҡшығолова-Сәйфетдиновалар ҙа мадти ярҙам күрһәтеүҙән ситтә ҡалманы.
    Ҡылған эштәрегеҙ, ниәттәрегеҙ өсөн Хоҙай Тәғәлә үҙегеҙгә икеләтә ҡайтарһын. Йома намаҙҙары, дини байрамдар башҡарылһын, аҙан тауышы тынмаһын. Күптәребеҙҙең ҡайтыр йорттары юҡ, шул ваҡыттарҙа ла мәсеттеңишектәре асыҡ булыр, йортҡа инеп әүәрахтар рухына доғалар ҡылып, Ҡөръән аяттары уҡып, сәй ҡайнатып эсеп инеп сығырға мөмкин, - тип мөрәжәғәт итте мәсеттең имам хатибы Зәбир Бикташев һәм йорттоң асҡысын уға яуаплы итеп мәзин Айрат Ғәлиевҡа тапшырҙы.

    Йыраҡтан балҡып торған мәсет манараһы иманға, әхлаҡҡа, яҡты киләсәккә
  • маяҡ булып тора. Һәр йома көндө ауыл өҫтөндә аҙан тауыштары ишетелһә, күктән ҡояш яҡты нурҙарын һибеп кешеләргә өләшкән кеүек булыр. “Ауылыбыҙҙың мәсетенән аҙан тауышы яңғырағанда, аҡҡан шишмәләр ҙә туҡтап тороп, аҙан тауыштарынан үҙенә илаһи көс туплап, үҙ ағыштарын көсәйткән”, - тип юҡҡа ғына әйтелмәгән бит. Иман йорто менән бер рәттән, битарафлыҡҡа сумған күңелдәребеҙ ҙә Аллаға тәүәкәлләп , иманға асылһа ине.
    Эльмира Рафиҡова.
    Читайте нас: