Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
14 Июль 2020, 13:50

Афарин, ефремкиндар!

Ефремкин урта мәктәбенең “Хазина” проекты Башҡортостан Башлығы грантына уҙғарылған конкурста еңеү яуланы.

Был конкурс Башҡотостан Республикаһы дәүләт телдәренең һәм бында йәшәүсе халыҡтарҙың телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән. Конкурста еңеү яулаусы 12 белем усағы араһында беҙҙең район мәктәбе лә булыуы ҡыуаныслы хәл. Еңеүселәрҙең проекттарын тормошҡа ашырыуға дөйөм күләмдә 10 миллион 877 мең һум аҡса йүнәлтеләсәк.
- “Хазина” проекты һаҡал, селтәр, алмиҙеү, арҡалыҡ, дәүәт, ҡашмау кеүек башҡорт милли биҙәүестәрен тергеҙеүгә һәм уҡыусыларҙы уларҙы эшләргә өйрәтеүгә йүнәлтелгән. Төрлө милләт балаларында башҡорт халҡының тарихына һәм мәҙәниәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсаттарын күҙ уңында тотҡан проект сиктәрендә мәктәбебеҙә төрлө оҫталыҡ дәрестәрен һәм күнекмәләр уҙғарасаҡбыҙ. Һәр күнекмә видеоға төшөрөлөп, YouTube каналында башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә күрһәтеүҙе лә кәрәк тип таптыҡ. Әҙер видеоларҙы дәрестәрҙә һәм кластан тыш уҡыуҙарҙа демонстратив-өйрәнеү материалы булараҡ ҡулланырға мөмкин буласаҡ. Конкурсты башҡорт милли биҙәүестәрен эшләүселәр араһында конкурс уҙғарыу менән тамамларға ниәтләйбеҙ, - ти Ефремкин урта мәктәбе директоры Инна Александровна.
Эльнара ШАЙМАРҘАНОВА.
Читайте нас: