- Хөрмәтле Тимерғәле Әбделғәлим улы, бер юлы донъя күргән ошо китаптар нисек, ҡасан яҙылды һәм нисек нәшер ителде?
- Эйе, бындай хәл үҙем өсөн дә көтөлмәгәнсә килеп сыҡты. Бер йылда бер юлы ике китап сығарыу – минең ижади тарихымда беренсе осраҡ. Әлбиттә, шатлыҡтың сиге юҡ!
Ике китапты ла әҙибебеҙ, башҡорт әҙәбиәтенең аҡһаҡалы Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап яҙылғайны. Йөкмәтке йәһәтенән улар икеһе бер-береһен һүҙмә һүҙ ҡабатламай. Был хаҡта уларҙың исемдәре үк әйтеп тора. “Ғилем” нәшриәтендә сыҡҡан китап, нигеҙҙә, рус телендә. Исеме лә үҙенә башҡа һәм үҙенсәлекле йөкмәткене белгертә. Ул китап “Мустай Карим и национальная культура Башкортостана” тип атала.
- Тимерғәле Әбделғәлим улы, яңы китаптарығыҙҙың маҡсатын һәм үҙенсәлеген уҡыусыларығыҙға нисек аңлатып бирер инегеҙ?
- Беренсенән, китаптар киң ҡатлам уҡыусы өсөн тәғәйенләнеп яҙылған. Ике китапта ла яҙмалар рус һәм башҡорт телдәрендә бирелә. Рус уҡыусыһына ла, башҡорт уҡыусыһына ла уҡырға, танышырға уңайлы. Икенсенән, Мостай Кәримдең шиғриәте, прозаһы, драматургияһы, публицистикаһы - тығыҙ әҙәби донъя. Ошо донъяны – Мостай Кәримдең шәхсән стилен асып биреү хәл ителде. Өсөнсөнән, Мостай Кәримдең бай йөкмәткеле, сағыу ижадын уның биографияһы менән бөтөн итеп өйрәнеү һәм баһалау хәл ителә. Мостай Кәримдең тормошҡа ҡарашы, шәхси инаныуҙары менән уның әҙәрҙәре араһындағы тығыҙ бәйләнеш асып бирелә. Дүртенсенән, Мостай Кәрим - яҙыусы-фронтовик. Ҡулына ҡорал алып, Ватан азатлығы өсөн яу юлдары үткән ҡаһарман һалдат бөтә ғүмере буйына яҙыусы-патриот, ватансы булып йәшәне һәм ижад итте. Китапта ошо хәҡиҡәт асып бирелә. Бишенсенән, Мостай Кәрим – иң тәүҙә шағир. Уның бөтә әҫәрҙәре шиғриәтле күренеш. “Беҙҙең Мостай” китабының тотош бер бүлеге Мостай Кәримдең шиғырҙарынан тора. “Мостай Кәрим шиғриәте. Төрлө йылдарҙан” тип аталған был бүлек китаптың йөкмәткеһен киңәйтеп, тәрәнәйтеп, байытып, балҡытып ебәрә.
Шул рәүешле, бер китап эсендә уҡыусыға бер юлы Мостай Кәрим тураһындағы фәнни-әҙәби байҡауҙар ҙа, мәшһүр яҙыусының киң билдәле шиғыр, поэмалары ла турана-тура барып етә. Улар, әйтерһең дә, ҡәҙерле Мостай Кәримдең күңелдәргә яҡын таныш тауышын ишеттерә. Ошо хәл китаптарҙың мәктәп уҡыусылары, юғары һәм урта уҡыу йорттары студенттары, уҡыусылары, фән белгестәре, башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн бай йөкмәткеле ҡулланма ла булып тора.
- Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Китаптарығыҙ уҡыусылар күңеленә барып етер, тип ышанабыҙ!
- Эльнара Шаймарҙанова әңгәмәләште.