Даирә
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
9 Июль 2020, 20:01

Бер көндә биш кешене бәләнән ҡотҡарған!

Йәй бөтәһе лә тәбиғәт ҡосағына ял итергә ашҡына, әммә уяулыҡты юғалтыу, хәүефһеҙлек сараларын күрмәү арҡаһында ялдың күңелһеҙ тамамланыуы ла ихтимал. Бына Сергей Попов булмаһа,

биш кешенең һыуҙағы сәйәхәте күңелһеҙ тамамланыуы ла ихтимал ине, тип белдерә Асылыкүлдәге ваҡиға шаһиттары.
4 июлдә күлдә ял итеүселәр күп була. Улар араһында Дәүләкәндән килгән балалар үҙҙәре генә кәмәлә йөҙөргә төшә. Иртәнсәк эҫе торһа ла, кискә көн ҡырҡа боҙола. Көслө ел арҡаһындағы тулҡын кәмәне ныҡ алыҫҡа алып китә, балалар ярға сыға алмай. Уларға ярҙамға ҡотҡарыусы Сергей Попов килеп, ике баланы ярға ҡайтара.
Ошо уҡ көндө дауыл тағы ла бер кәмәне алып китә, унда булған өс ҡыҙҙың ғүмере ҡурҡыныс аҫтына эләгә, сөнки көслө тулҡындар кәмәне ныҡ уйната, ул ауҙарылыу хәленә етә. Сергей уларҙы ла бәләнән йолоп алып ҡала – ярға сығара.
Сергей ҡотҡарып алып ҡалған кешеләр уға рәхмәт белдерә.
Фото: скриншот.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: