Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
6 Июль 2020, 14:25

Малай ауылында яугирҙарға - мемориал

Малай ауылы мәктәбе биләмәһендә мемориал-стелла барлыҡҡа килдҽ.

Әйткәндәй, бындай мемориалдар райондың башҡа ауылдарында ла асылды. Уларҙа һуғышта һәләк булған, фронттан ҡайтып, һуғыштан һуңғы йылдарҙа мәрхүм булған һәм 1812 йылдағы һуғышта ҡатнашҡан ауыл кешеләренең исемдәре мәңгеләштерелгән.
Мемориал Ҡамышлы ауыл Советы бюджеты аҡсаһына эшләтелгән. Исемдәр яҙылған плиталарҙы ошо ауылда тыуып үҫкән яҡташыбыҙ – журналистика ветераны, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар берлеге ағзаһы, райондың Маҡтаулы гражданы Фәнил Шәмсетдин улы Ҡоҙаҡаев үҙе эшләтеп алып ҡайтҡан.
Һәйкәлде асыу тантанаһында баш ҡала ҡунаҡтары - «Мин - патриот» ойошмаһы етәксеһе Рәйлә Камил ҡыҙы Вәхитова, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Алик Шакиров, Ҡамышлы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илгиз Бикҡужин, Иҫке Бәпес ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Азамат Ғәйфуллин, Малай мәктәбе директоры Ғайса Ғәйфуллин ҡатнашты.
Сарала яҡташ яугирҙарҙың исемдәрен мәңгеләштереү буйынса ҙур эш башҡарған Фәнил Ҡоҙаҡаевҡа, нигеҙ күтәреүҙә һәм кирбес һалыуҙа әүҙем ярҙамлашҡан ауыл егеттәре Әлфир Тайғыновҡа, Марат Арғынбаевҡа, Дамир Ҡыҙрасовҡа, Ғиндулла һәм Ринат Ғәлиәкбәровҡа һәм башҡаларға ихлас рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.
- Ауыл халҡынан йыйылған аҡсаға стелла эргәһенә эскәмйәләр эшләтергә кәрәк,- тигән тәҡдим индерҙе Фәнил Шәмсетдин улы.
- Бик яҡшы фекер, Һәйкәл эргәһенә килгән оло йәштәгеләр ултырып ял итер. Стелла эргәһенә үҙ аҡсаларына петуния сәскәләре һатып алып, ғаиләләре менән ултыртҡан Финат Йәлилов һәм Раил Байегетовтарға айырым рәхмәт, - ти Малай мәктәбе директоры Ғайса Йосоп улы.
Яугирҙарҙың исемдәре плитаға “Һеҙ мәңге беҙҙең хәтерҙә” тип аҡ хәрефтәр менән уйып яҙылған. Эйе, тыныслыҡ яулаған батыр йөрәкле атай-олатайҙарыбыҙҙы оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ.
Гөлсәсәк АЛАСОВА.
Читайте нас в