Даирә
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
6 Июль 2020, 14:05

Илтуғандарҙың шатлығы

Илтуғандарҙың шатлығы

Беҙ барғанда Илтуған фельдшер-акушерлыҡ пунктында тулыһынса йәнлелек хакимлыҡ итә ине. Ишек төбөнән үк капиталь төҙәтеү кисҽргән бинаның яңы төҫ алыуы күҙгә ташланды: бүлмәләр яҡты, таҙа, иҙәндәргә яҡшы сифатлы линолеум йәйелгән.
Асыҡ йөҙлө, мөләйем фельдшер Гүзәл Хәсәнова һәр пациентты иғтибар менән тыңлап, ҡан баҫымдарын үлсәп, тейешле дарыуҙарға рецептар яҙып сығара. Сират көтөп ултырған инәйҙәрҙең фекерҙәрен тыңланым:
- Ғүмер буйына колхозда беребеҙ фермала һауынсы булып эшләһә, икенсебеҙ шәкәр сөгөлдөрө үҫтерҙе. Ул замандарҙа барыһы ла ҡул көсө менән эшләнгәнлектән, ауыр эш күп эләкте. Олоғайған көнөбөҙҙә фельдшер-акушерлыҡ пунктына бик йыш мөрәжәғәт итергә тура килә. Яңы фельдшерыбыҙҙан бик уңдыҡ, өйгә килеп укол да һала, ҡасан шылтыратып саҡырһаң да, тиҙ генә килеп етә. Уның уңайлы шарттарҙа эшләүенә бик шатбыҙ, иҫән-һау оҙаҡ йылдар эшләүен теләйбеҙ, - ти хеҙмәт уҙамандары Хәриҙә Баҡыева менән Фәүзиә Ғафарова.
Гүзәл Салауат ҡыҙының сәләмәтлек һағында дөйөм эш стажы - 29 йыл. Ул 1-се Өфө медицина училищеһын тамамлағандан һуң тыуып үҫкән Өфө районының Стуколкин ауылында 10 йыл эшләй. Һуңынан Өфө район үҙәк дауаханаһында фельдшер һәм шул уҡ ваҡытта кисектергеһеҙ ярҙам фельдшеры эшен дә алып бара. 14 йыл элек ғаиләһе менән Булгаков ауылына күсеп килә һәм Һыуыҡ Шишмә ауылына йөрөп эшләй. Уҙған йылдың октябрендә “Ауыл табибы” программаһы буйынса Илтуған ауылына эшкә урынлаша. Үҙ машинаһы менән көн дә килеп йөрөй.
Эшкә килгәс тә, шыҡһыҙ, һыуыҡ бинаға йән өрөргә теләп, ҡустыһы менән стеналарҙы буятып, косметик ремонт яһайҙар.
- Мин килгәндә бер уңайлыҡ та,хатта урамда бәҙрәф тә юҡ ине. Район хакимиәте фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөкләндҽрҽү өсөн аҡса бүлгәс, бик шатландым. Иҫке Муса ауыл биләмәһе ауыл хакимиәте башлығы Илмира Ғәлиәхмәтова бының өсөн бик күп көс һалды. Ғөмүмән, ул бик хәстәрлекле кеше, ремонт барышын күҙ уңында тотто, һәр ваҡыт хәлде һорашып тора.
Шулай уҡ төҙәтеү эштәрен башҡарған Флүр Сөләймәнов етәкселегендәге подрядсылар бригадаһына рәхмәт әйткем килә. Улар бүлмәләр бүлеүҙән тыш, һыу үткәреү, канализация эштәрен дә башҡарҙы.
Хәҙер барлыҡ уңайлыҡтары булған шарттарҙа эшләйәсәкмен. Оҙаҡламай компьютер ҡуйһалар, барлыҡ мәғлүмәттәрҙе унда индереп, анализдарға юлламаны ла компьютер аша сығарып бирәсәкмен.
Илтуған ауылында иҫәптә 378 кеше, 46 бала һәм бер йөклө ҡатын тора. Уларҙың барыһын да тиерлек йөҙгә танып бөтөп барам. Ауыл халҡы алсаҡ, ярҙамсыл, улар менән эшләү күңелле, - ти Гүзәл Салауат ҡыҙы.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен квалификациялы белгес итеп күрһәткән, ҙур белемгә һәм заманса эш алымдарына эйә булған, эшенә яуаплы ҡараған Гүзәл Хәсәноваға БР һаулыҡ һаҡлау министры М.В. Забелин Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөндә Рәхмәт хаты тапшырған.
Илтуғандарға яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктындағы белемле, уңған фельдшерҙарынан изгелектәр күрергә яҙһын.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.
Читайте нас: