Юлдарҙағы тәртипте, именлекте тәьмин итеүгә тоғро булған юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре 3 июлдә үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. Район ЮХХДИ бүлегендә ысын профес сионалдар – яуаплы һәм уяу хеҙмәткәрҙәр эшләй, күптәренең эш тәжрибәһе бик ҙур. ЮХХДИ бүлеге инспекторы, кесе лейтенант Рәмил Халиҡов та яҙмышын ошо яуаплы һөнәр менән бәйләгән. Мәсетле районы егете Рәсәй армияһы сафтарында һалдат бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң, 1998 йылда эске эштәр органдарында хеҙмәт юлын башлай. Бер аҙҙан өйләнеп, ғаиләһе менән Ҡырмыҫҡалы районына күсеп килә һәм ЮХХДИ бүлегендә дознаватель булып урынлаша. Әлеге мәлдә Рәмил Рәҡип улы юлдарҙың торошон күҙәтеү аҫтында тотоу өсөн яуаплы. - Дөйөм алғанда, беҙҙең яуаплылыҡта булған юлдарҙың торошо ҡә нәғәт - ләнерлек, шулай ҙа етешһеҙлектәр юҡ түгел. Юл билдәләре етмәүе күҙәтелә. Өфө-Ырымбур, Өфө-Инйәр-Белорет юлдары төҙөк ләндерелә. Белеүебеҙсә, илдә “Автомобиль юлдарының сифаты һәм хәүефһеҙлеге” милли проекты эшләй. 2024 йылға тиклем юлдарҙың торошон яҡ - шыртыу, хәүеф һеҙлекте кәметеү маҡса - тында комплекслы саралар тормошҡа ашырыласаҡ. Милли проект сиктәрендә юлдарға видеокүҙәтеү камералары ҡуйыл - ды. Әлеге мәлдә районда барлығы 12 видеокамера эшләй. Улар юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеүгә булышлыҡ итер, тип ышанам. Эшебеҙ еңелдәрҙән түгел, әммә һөнәремде яратып башҡарғас, уның ауырлығы әллә ни һиҙелмәй. Мөмкин - лектән файҙаланып, хеҙмәттәштәремде һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым, эштәрендә уңыштар теләйем, - ти Рәмил Рәҡип улы. Беҙ ҙә ҡотлауҙарға ихлас ҡушылып, юлдарҙа дисциплиналы водителдәрҙең күберәк булыуын теләйбеҙ!