Эйе, әлегә тиклем Башҡортостандың халыҡ артисы Фәдис Ғәниев интервьюларҙа ҡыҙы менән аралашмауы тураһында әйтә ине. Ә был фото интернет киңлектәрендә күптән түгел генә пәйҙә булды. "Тәүге балам – Лиана ҡыҙым. Ҡыҙғаныс, уны үҙем үҫтерә алманым. Бында “һин ғәйепле”, “ул ғәйепле” тип ултырыу дөрөҫ түгел. Кем ғәйепле икәнен Аллаһ Тәғәлә хәл итер, Уның алдында яуап бирәһе бит", - тип яҙҙы йырсы.