Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
12 Июнь 2020, 14:25

Бер килограмлыҡ игеҙәктәр ҙә кеше булған...

Өфөләге 17-се ҡала балалар дауаханаһында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, етлекмәй тыуған сабыйҙар өсөн яңы ҡорамал алыныуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Махсус дауалау - реабилитация карауаттарының үҙенсәлекле массаж яһау серҙәрен табиптар ғына түгел, ата-әсәләр ҙә аңлай хәҙер.

Бер килограмдан саҡ ҡына ашыу ауырлыҡта тыуған игеҙәктәр Аиша һәм Илаиданың етлекмәй тыуғанына хәҙер ышанырлыҡ та түгел. Улар тәүге аҙналарын реанимацияла үткәрергә мәжбүр булған. Сабыйҙар менән педиатрҙар, кардиологтар, окулистар шөғөлләнгән, даими рәүештә массаж һәм физиотерпия курстарын үтергә тура килгән.
- Иң мөһиме - бер йәшкә тиклемге реабилитация,- ти ҡыҙҙарҙың әсәһе Динара. - Ошо осорҙа табиптарҙың бөтә күрһәтмәләрен үтәү кәрәк. Яңы технологияларҙың артыуына бик шатмын, кескәйҙәр үҫеш буйынса тиҙерәк тиҫтерҙәрен ҡыуып етәсәк
Белгестәр ҙә әсәнең һүҙен ҡеүәтләй, хәҙер етлекмәй тыуған сабыйҙарҙы үҫтереүе еңелләшкән. “Яңы ҡорамал вибромассаж карауаты тип атала, патологиялы балаларҙың мускулдар тонусын, аппетитын яҡшырта, тынысландыра,”- ти бүлексә мөдире Рәйлә Никифорова. Яңы тыуған сабыйҙар өсөн алынған дауалау карауаттарының буш торғаны юҡ. Массаж һауығыу процесын тиҙләтә.
Республикала йыл һайын сабыйҙарҙың дүрт проценты етлекмәй тыуа. Ата-әсә өсөн был тәрән стресс, әммә табиптарҙы был ҡурҡытмай. Дөрөҫ дауалағанда тәүге ике йыл эсендә кескәйҙәр тиҫтерҙәрен йәһәт ҡыуып етә, Алиша менән Илаида шуға яҡшы миҫал.

#детибашкириисчастье
#башҡортостанбалалары


Фото: Bash.News.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/316708


Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас: