Норма буйынса 1 аш ҡалағын өймәләп итмәй генә 10 литр һыуҙа болғаталар. Тәүҙә бәләкәй һауытта 40 градус тирәһе һыуҙа иҙеп алырға, алдан ултыртып торһаң да була. Ә бына петуниялар сәскә ата башлағас, һәр һыу ҡойған һайын ашлама ла индереп барыу өсөн (беҙ ашламалы һатып алынған тупраҡҡа смәсмәйбеҙ бит), был норманы 4 тапҡыр кәметергә кәрәк. 0,5 аш ҡалағы ашламаны иҙеп алам да үлсәмдәргә бүленгән һауытыма ҡоям, 1 литрға еткәнсе һыу өҫтәйем. Шуның 500мл -ын, йәғни яртыһын 10 л һыуға ҡушам, икенсе яртыһын тағы 10 л һыуға болғатам. Бына шундай итеп иҙелгән ашламаны һәр һыу ҡойған һайын ҡойорға тип кәңәш бирәләр беҙгә. Эшләп ҡарайыҡ - ДАИМИ - тик шунда ғына һөҙөмтә буласаҡ.
Әйҙәгеҙ, уңған хужабикәләр Гөлдәр апайҙың кәңәше буйынса йәй буйы күҙҙәрегеҙҙе ҡамаштырыр, күңелегеҙгә матурлыҡ өҫтәр петунияларығыҙҙы ашлап, шау сәскәгә күмәйек! Сәскәләрҙе нисек үҫтереү хаҡында башҡаларҙан да файҙалы кәңәштәр көтөп ҡалабыҙ.