Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
6 Июнь 2020, 18:30

Вадим дүртенсе ҡыҙға атай булды!

Йыл башынан Салауат районында 100-сө сабыйҙың тыуыуы теркәлде. Эльнира һәм Вадим Басировтар дүртенсе тапҡыр әсәй-атай булыу бәхетен кисерҙе. Кескәй Аделияны Алина, Вилена, Эмилия апайҙары көтөп алды.

Учалы районы һәм Учалы ҡалаһының ЗАГС бүлеге йыл башынан 300-сө сабыйҙың тыуыуын теркәне. “Юбиляр” сабый Линара һәм Вадим Зариповтар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килде.
Республиканың юстиция буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Әлмира Солтанова әйтеүенсә, тәүге кварталда, таныш исемдәр менән бер рәттән, һирәк осрай торғандар ҙа күренгән. Артур, Арыҫлан, Әмир, Рамаҙан, Таһир, Асҡар, Тимур, Самир исемдәре һаман да бик популяр. Ғәҙәти булмағандарҙы ҡушырға ла әүәҫ ата-әсәләр. Мәҫәлән, Альтаир, Арат, Архан, Давир, Дастан, Онур, Сайдаш, Улан, Тупар, Эмран, Нурмат, Элиф исемле малайҙар ҙа тирә-яғыбыҙҙа күп буласаҡ. Нисек кенә атаһалар ҙа, һәр бала бәхетле булһын!
Ведомствола әйтеүҙәренсә, республикала коронавирус сәбәпле биш йөҙ туй үткәрелмәй ҡалған. Күптәр уның датаһын күсергән, кемдер ҡунаҡтар саҡырмай ғына үткәргән. Апрелдә 859 никах теркәлгән (былтырғы шул уҡ осорҙа – 1558 яңы ғаилә тыуған). Никахтар аҙ теркәлһә лә, улар ныҡлы, ышаныслы булһын, тип теләйек.
Фото: Республиканың юстиция буйынса дәүләт комитеты.
Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас: