Даирә
+1 °С
Ясно
Аңлағанға – ишара
4 Сентября , 05:28

Һәр кем үҙ бәхете өсөн үҙе көрәшергә тейеш...

Иремде оҙаҡ күрмәй торһам, һағыныуымды, берәй ваҡыт ҡосаҡлап иркәләгем килгәнде хәтерләмәйем. Хәҙер килеп кенә аңлайым: тәү сиратта балаларыма – атай, йортҡа хужа булырлыҡ кеше эҙләгәнмен. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Һәр кем үҙ бәхете өсөн үҙе көрәшергә тейеш...Һәр кем үҙ бәхете өсөн үҙе көрәшергә тейеш...
Һәр кем үҙ бәхете өсөн үҙе көрәшергә тейеш...

Төрлө яҙмышты һүрәтләгән ошо рубрикаға яҙышыуымды белгәс, күп кенә таныш булмаған кешеләр миңә үҙҙәренең тормошон бәйән итеп, хаттар юллай башланы. Интернет селтәре аша килгән берәүһен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәм.

 
Флорида апай менән беҙ республика кимәлендә үткән сараларҙың береһендә таныштыҡ. Фольклор ансамблдәре менән сығыш яһарға килгәйнеләр. Күмәкләшеп фотоға төштөк тә, юлдар айырылды. Ун көн тирәһе ваҡыт үтеүгә, интернет селтәрендә ул миңә дуҫтарға өҫтәлеп, бер кемгә лә асмаған серҙәрен бәйән итте.

“Мин ҙур ғына ауылда тыуып үҫтем. Атайым ялҡау булды, насар йәшәнек. Нух заманғы йорт, ҡышҡылыҡҡа мәңге утын әҙерләнмәне, йыл һайын бесән март айында уҡ бөтөп, малдар ярым ас торор ине. Йорт мәшәҡәттәренән тыш, әсәйем иңендә сей утын ярыу, мал аҫтын таҙартыу кеүек эштәр ҙә булды. Ярай, үҫә килә һылыуым менән беҙ ярҙам итә башланыҡ. Кәртә  бағанаһы сереп йығылһа йәки һарай ишеге ҡыйшайһа ла, атай бошонманы. Әсәй игәй-игәй, ике-өс ай ваҡыт үткәс кенә ҡыйыш-мыйыш итеп рәтләп ҡуя ине. Атай көнө-төнө колхоз йортонда юғалды – үҙе кеүек ауыл ирҙәре менән гәп һатты, кәрт уйнаны. 
Шуны күреп үҫкәнгәлер, бала саҡтан уҡ егәрле, уңған, донъя көтөрлөк егеткә кейәүгә сығырға хыялландым. Тора-бара хыялды тормошҡа ашырыу өсөн үҙеңә лә тырышырға кәрәклеген аңлай башланым. Мәктәптә бер осор уҡыған егеттәрҙең бөтәһен дә барлап сыҡтым, күҙәттем. Элек бит балаларҙы колхоз сөгөлдөрөн утарға ла, лесхозға ағас ултыртырға ла, мәктәпкә утын әҙерләргә лә ебәрә торғайнылар. Бик һәйбәт ине ул – еткән ҡыҙҙарҙың, егеттәрҙең нимәгә оҫта икәнен, эшкә мөнәсәбәтен күрә йөрөнөк. Ринат иғтибарымды шунда уҡ йәлеп итте – ҡулы оҫта ине. Йорт-ҡуралары ла ныҡлы, төҙөк икәне күҙгә салынды. Класташым шулай уҡ  кешеләргә ҡарата ихтирамлы, ярҙамсыл булды, күрер күҙгә лә матур ғына. Ҡыҫҡаһы, 10-сы класта уҡығанда уҡ: “Ринатҡа кейәүгә сығам!” – тип үҙ-үҙемә маҡсат ҡуйҙым.
Тик бер ҡаршылыҡ булды: Ринат миңә түгел, класташыбыҙ Венераға ғашиҡ ине. Ә ул артыҡ аралашып бармаған, йомоҡ холоҡло ҡыҙ. Бер кемгә лә сер сисмәне, күңелен асманы. Шуға күрә Ринаттың хистәренә яуап бармы-юҡмы икәнен белмәнем. 10-сы класты тамамлағас, Ринат район үҙәгендәге һөнәрселек училищеһына уҡырға барҙы. Артыҡ ҡул эшенә барымым булмаһа ла, уның менән бергә булыр өсөн, шунда уҡ тегеүселәр әҙерләгән курсҡа киттем. Ә Венера Өфөгә, медицина институтына инде. Ике йыл уҡыу араһында Ринат менән айырыуса дуҫлашып киттек. Киноға барып әйләнәбеҙ, ятаҡта үткән дискотекаларҙа бейеп ҡайтабыҙ, тик арала мөхәббәт булманы. Байрам­дарҙа, каникулдарҙа ауылға ҡайтһаҡ, гел класташ ҡыҙҙар менән осраша инек. Венера булһа, юрамал шул турала һөйләйем, үҙем уны күҙәтәм: хистәрен һиҙҙертмәҫме? Һәр ва­ҡыттағыса, өндәшмәй ҡала. Ә Ринат анда-бында булһа ла уның тураһында һөйләп ала: “Күңелен нисек яуларға ла белмәйем. Балалар баҡсаһына йөрөгән саҡта уҡ оҡшай ине. Ул ваҡытта бәхетле булғанмын, һәр саҡ бергә уйнаныҡ. Мәктәпкә барғас  ситләште. Яратмай, тиер инем, сы­ғарылыш кисәһендә вәғәҙә бү­ләгемде алды. Тәүге осор хат алыша инек, хәҙер бөтөнләй яуап яҙмай, осрашыуға саҡырһам – сыҡмай. Яңы йыл байрамдарында бөтөнләй осрашып булманы”, – тип тә зарланды.

– Һин бит егет кеше, ул тиклем мәмәйләнеп, инәлеп йөрөмә. Ҡайһы бер ҡыҙҙар артыҡ күп иғтибарҙы яратмай ул, – тип кәңәш бирҙем.
Уҡыуҙы бөтөү менән Ринатты әрме хеҙмәтенә саҡырттылар. Йәй башы ғына, юғары уҡыу йорттарында имтихандар ваҡыты ине, уны оҙатырға класташтарыбыҙҙан күптәр ҡайта алманы. Ә мин ярҙам итеү һылтауы менән көнө буйы уларҙа булдым. Сит ауылдан килгән туғандары: “Буласаҡ киленме әллә?”  – тип шаяртып та маташты. Әсәһе: “Ҡуш ҡуллап алып бирер инем: эшкә шәп, алсаҡ. Бынамын тигән кәләш буласаҡ”, – тип          яуапланы уларға. Ринат йылмайып ҡына ҡуйҙы, хупламаны ла, кире лә ҡаҡманы. Бер ағаһы фотоаппарат тотоп килгән ине, икәүләшеп өс-дүрт тапҡыр фотоға төштөк. Аҙаҡ мин уларҙы күп кенә итеп эшләтеп алдым да, бөтә класташҡа, шул иҫәптән Венераға ла күрһәтеп маҡтандым. Ҡосаҡлашып төшкән егет менән ҡыҙ араһында дуҫлыҡмы әллә мөхәббәтме икәнен кем белһен?
Ринат менән ике йыл буйы хәлдәрҙе белешеп хат яҙыштыҡ. Улар буйынса Венераға тәүге осор көн аша тиерлек хат яҙыуын, тик уларға бер генә тапҡыр ҙа яуап алмауын белдем. Ә әрменән ҡайтып ярты йыл тирәһе ваҡыт үткәс, Ринат уйламаҫтан ғына миңә кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны.
– Бер-беребеҙҙе яҡшы беләбеҙ, мөхәббәттән ҡала дуҫлыҡ иң көслө хис бит ул. Бергә булайыҡ, һәйбәт ир булырға тырышырмын. Ә һинең яҡшы ҡатын булырыңа шикләнмәйем, – тине ул. Хыялымдың тормошҡа ашыуына шатлана-шатлана ризалыҡ бирҙем.

Ринат һәйбәт ир булып сыҡты, уны һайлап яңылышмағанмын. Колхоздар тарҡалып, башҡа ғаиләләр аҡсаһыҙ ултырғанда ла йорт һалып сығырлыҡ әмәлен тапты. Йәшәр урыныбыҙ ҙа, йөрөргә машина ла, эшләр өсөн башҡа техника ла булды. Бер-бер артлы тыуған өс улыбыҙға һөйөнөп бөтә алманыҡ. Мин үҙемде бәхетле ҡатын, тип һананым. Ауылдың иң шәп, эшлекле егетен үҙемдеке итеү ғорурлыҡ ине. Ринатты ир-егет булараҡ оҡшаттым, хөрмәт иттем, ә бына мөхәббәт тигән хис миңә һәр ваҡыт ят булды. Иремде оҙаҡ күрмәй торһам, һағыныуымды, берәй ваҡыт ҡосаҡлап иркәләгем килгәнде хәтерләмәйем. Хәҙер килеп кенә аңлайым: тәү сиратта балаларыма – атай, йортҡа хужа булырлыҡ кеше эҙләгәнмен. 
Улдарым да аталары кеүек тырыш, эшһөйәр булып үҫте – ҡулдарынан килмәгән эштәре юҡ. Өсөһө лә ауылда ҡалып, фермер хужалығы асып ебәргәйнеләр. Тик кесе улыбыҙ ҡомарлы уйындарға бирелеп китеп  харап булды. Тәүҙә булған мөлкәтен һатып, юҡҡа сығарҙы. Аҙаҡ күп итеп кредит алған да, уларҙы уйынға һалған. Ағалары ярҙам итергә тырышып ҡараны, тик ул бер кемде лә тыңларға теләмәне. Коллекторҙар өйгә килеп янай башлағас, бынан дүрт йыл элек башын элмәккә тыҡты. Йәнем әсей, күңелемдә тыныслыҡ юҡ. Шулай ҙа айыҡ аҡыл менән аңлайым: иҫән булһа, тағы ла күберәк бәләгә тарыр ине.
Бала ҡайғыһын Ринат күтәрә алманы: ике тапҡыр инфаркт, инсульт үткәреп, үткән йыл вафат булды. Ҡола яландай өйҙә бер үҙем ултырып ҡалдым. Уртансы улым да артыҡ һөйөндөрмәй – 42 йәшкә етһә лә, һаман ғаилә ҡормай. Тәүҙә үҙенән 12 йәшкә оло, ғаиләле ҡатын менән сыуалды. Ярай, ире белеп ҡалып, ғаиләһен ситкә алып сығып китте.  Фәнил улым хәҙер инде алты йыл тирәһе яңғыҙ – бер кемгә лә күңеле төшмәй. Эсмәй, белемле, 80 баш йылҡы малы, 200-ләп умартаһы бар – донъя артынан ҡыуып, эш тип кенә йәшәп тик ята. Таныштар ҙа, туғандар ҙа бынамын тигән ҡыҙҙарҙы димләп ҡарай, әрһеҙерәктәре үҙҙәре килә. Тик бөтәһенә лә битараф. Ҡалған ғүмере лә шулай яңғыҙ үтерме икән, тип борсолам.
Шуға ла бер аҙ йыуаныс булһын, тип ҡартайған көндә әүҙем йәмәғәтсе булып киттем – ансамблгә йөрөйөм, ағинәйҙәр ҡоронда торам, мәсеткә уҡырға йөрөйөм. 

Ә Венера тормош юлында яңғыҙ ҡалды. “Уҡыған кешеләр араһында йөрөй, үҙенә тиңен табыр әле”, – тип юрағайным да, юш килмәне. Бөгөн ул билдәле табип, ғалимә, бала ауырыуҙары буйынса телевидениела йыш ҡына сығыш яһай, хаҡлы ялға сыҡҡансы етәксе урындарҙа ла эшләне. Тәүге осорҙа класташтар менән осрашыуҙарға йыш ҡайта ине, аҙаҡ ауылға юлы һирәкләнде: ата-әсәһе мәрхүм булды, туғандары ла ҡалаға күсте. 
Венера Миңлегөл исемле клас­ташыбыҙға өс-дүрт йылға бер генә ҡайтып әйләнә. Үткән йыл беҙҙең йылғылар йыйылып, мәктәпте та­мамлауға 50 йыл тулыуҙы билдәләнек. Шунда Миңлегөл уның ғүмер буйы Ринатты яратыуын, шуға башҡа кеше менән ғаилә ҡорорға теләмәүен һөйләне. Һәм ирем ауырып  дауаханала ятҡанда уны янына саҡырыу өсөн Миңлегөлдән телефон номерын да алған икән. Тик Венера ғына төрлө сәбәп менән осрашыуҙан баш тартҡан. “Сығарылыш кисәһендә яратам да яратам, тип бүләктәр бирҙе лә, ярты йылдан Флоридаға әүрәп китте. Ғүмер эсендә бер тапҡыр ҙа шул ҡылығы өсөн ғәфү үтенмәне. Хәҙер  ниндәй кәйеф менән янына барып ултырайым? Ауырыу аяҡтан йыҡҡас ҡына иҫенә төшкән икән”, – тип аңлатҡан был ҡылығын Миңлегөлгә.
45 йылдан ашыу бергә ғүмер итеп, Ринат бер ваҡытта ла миңә Венера тураһында һөйләгәне булманы. Онотҡандыр, һыуынғандыр, тип уйлай инем гел. Хәҙер уның үлер алдынан йәшлек мөхәббәте менән осрашырға теләүен белгәс, ғәйеп тойғоһо тынғылыҡ бирмәй башланы. Үҙ амбицияларымды өҫтөн ҡуйып, уларҙы бәхетһеҙ иттемме икән әллә? Ринат, ярай, бала һөйөп, ғаилә тормошон күреп йәшәне. Ә Венера бит быларҙың барыһынан да мәхрүм ҡалды. Үҙ тормошомдан ҡәнәғәтмен дә бит, тик ике улымдың бәхетһеҙлеге әллә клас­ташымдың рәнйеше, күҙ йәшеме икән тип уйлайым. Әммә ғәфү үтенергә, үкенергә теләмәйем. Һәр кем үҙ бәхете өсөн үҙе көрәшергә тейеш...”

  Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас