Был ваҡиға байтаҡ йылдар элек төпкөлдәге бер ауылда булған. Мәҙинә апай ул хәлде бөгөнгөләй хәтерләп, эҙмә- эҙлекле итеп һөйләп алып китте.
– Ауылдаштарым Мәрйәм һәм Сәлимә исемле ҡыҙҙар икеһе лә туғыҙынсы кластан һуң ҡалала уҡып йөрөйҙәр ине. Икеһенә лә 18 йәш. Нимәһе ғәжәп, икеһе лә ауылдың иң тәртипһеҙ, эскегә әүәҫ, үткер, татлы телле егете Фәһимгә ғашиҡ булды. Егет ҡыҙҙарҙың үҙен яратыуын белде. Шуға ла рәхәтләнеп икеһенең дә башын әйләндерҙе. Ауылға Мәрйәм ҡайтҡанда - Мәрйәмде, Сәлимә ҡайтҡанда Сәлимәне оҙатты.
Тиҙҙән ауылда Фәһимдең Мәрйәм менән никахы булыуы, бер айҙан туйҙары үтәсәге тураһында һүҙ таралды. Ауылда сер ятамы ни инде? Мәрйәмдең ауырлы икәнлеге лә асыҡланды. Тыныс ҡына, һөйкөмлө был ҡыҙға ололар бәхет теләне. Йүнһеҙ генә Фәһимгә кейәүгә сығыуын күптәр йәлләп ҡабул итте. Ҡыҙҙың да, егеттең дә ата- әсәһе туйға әҙерләнә башланы.
Ләкин бер аҙна ла ваҡыт утмәне, ауылдаштар бер- береһенә яңы хәбәрҙе еткерҙе. Сәлимә Фәһимдәрҙең йортона барып, үҙенең дә егеттән ауырлы булыуын белдергән. Сәлимә Мәрйәмдән айырмалы рәүештә бик үткер, уҫаллығы менән алдыра. Фәһимде , уға өйләнмәһә, судҡа биреүе менән дә янай. Был хәлгә аптырап ҡалған егет бер аҙнанан Сәлимә менән ЗАГСҡа бара.
Мәрйәм был хәлде күтәрә алмай бөтөнләйгә ауылынан сығып китә.
Икеһенең дә һөнәре булмағас, Сәлимә менән Фәһим фермаға эшкә төшә. Фәһимдең мәрхүм булған өләсәһенең иҫке генә йортонда йәшәй башлайҙар. Тиҙҙән Фәһим Сәлимәне лә эскелек һаҙлығына этәрә. Яйлап ылыға ҡыҙ был яман ғәҙәткә. Тыуған көн булһынмы, календарҙағы байрамдармы - һәр береһен билдәләүҙе ғәҙәт итеп алалар. Фермала бергә эшләгән һауынсы, малсыларҙың тыуған көндәренән дә тороп ҡалмайҙар. Сәлимә бәпәй көтөүенә ҡарамаҫтан, иҫергәнсе эсә. Шулай итеп ул да араҡы ҡолона әүерелә.
Үҙ ваҡыты еткәс, сабыйҙары донъяға килә. Туҡтауһыҙ эсеү ғәләмәтеме, улдары зәғиф булып тыуа. Һөйләшә лә, атлай ҙа алмай. Сәлимә эштән сыға. Уға инвалид балаһын ҡарарға кәрәк була. Ләкин иғтибар,тәрбиә талап иткән бала йәш ата- әсәне эскелек ғәҙәтенән арындыра алмай. Инвалид балаға килгән аҡса, араҡыға китеп тора. Донъя көтөүгә икеһенең дә иҫе китмәй. Баланы Фәһимдең ата-әсәһе килеп ҡараша. Эскенең бер ҡасан да йүнлегә илтмәүен йәнә дәлилләй был ғаилә тарихы. Фәһим ферма өйөндә бергә эшләгән бер ирҙең тыуған көнөн арыу ғына итеп байрам иткәндән һуң , үҙе һымаҡ бер малсы менән ҡыҙыу баштан бер тананы урлап һуялар һәм уртаҡлашалар. Ләкин уғрыларҙың эҙҙәренә тиҙ төшәләр, икеһен дә төрмәгә ултыртып ҡуялар. Ире эргәһендә булмағас, Сәлимә бәйҙән ысҡына, йорто эскеселәр ояһына әйләнә. Түшәктә ятҡан балаға бөтөнләй иғтибар бөтә. Ауыл хакимиәте хәстәре менән сабый балалар йортона оҙатыла. Ире төрмәнән ҡайтҡас, тормоштары тағы ла түбән тәгәрәй. Бер эскәндәрендә Фәһим ҡатынын көнләшеп күҙенә аҡ - ҡара күренмәй, уға бысаҡ менән сәнсә. Сәлимә йәшләй генә мәңгелек йортҡа күсә, Фәһим йәнә төрмәгә ултыра.
Мәрйәмдең яҙмышы үҙенсә ҡорола.18 йәшендә сығып киткәндән һуң 20 йыл ҡайтмай ул тыуған ауылына. Ҡалала төпләнеп ҡала, бер ҡасан да кейәүгә сыҡмай. Фәһимгә булған һөйөүенән һуң, ир- егеттәргә карата ышанысы бөтөнләйгә юғала. Йөрәгендәге хистәрен ҡырау һуға. Фәһимдән тыуған ҡыҙын бер үҙе үҫтерә. Ғүмер буйы ауыр эштә ташсы булып эшләй. Үҙенең тырышлығы менән фатир ала, ҡыҙына юғары белем бирә. Бар ғүмерен бер бөртөк ҡыҙына арнай.
Бына ошолай ике ҡыҙ артынан йөрөп, береһен дә бәхетле итә алмай Фәһим, уларҙы үкенесле яҙмышҡа дусар итә.
Автор фотоһы.