Ҡарап тороуға бигерәк матур ҡыҙ булып үҫте Асия. Ауылдағы әллә күпме егеттең йөрәген яндырҙы ул, ләкин барыһын да “ҡурҡытып” торған һуғыш суҡмары Камилды һайланы. Ата-әсәһенең һүҙе лә ҡолағына инмәне. Асия өсөн Камилдан да шәберәк егет юҡ ине. Шуға яҡшы билдәләргә генә уҡыһа ла, ситкә китеп һөнәр алып торманы, мәктәпте бөтөү менән тормошҡа сыҡты.
Йәш ғаилә Камилдың өләсәһенең буш ултырған йортонда йәшәп алып китте. Асия эшкә шул тиклем егәрле ине. Йортон да, уның тирә-яғын да гөл кеүек итеп тотто. Ире ҡайтыуға ашарына өлгөрттө. Яратҡан кешеһе эргәһендә булғас, күңеле һәр ваҡыт бөтөн ине.
Нимәгә тотонһа, шуны күңел биреп эшләне, ләкин Камилдың бойорорға, кешене баҫырға ярата торған холҡо, ғаилә ҡорғас, үҙен һиҙҙертте. Иң беренсе ул Асияға эшләргә рөхсәт итмәне.
– Мин эшләгән аҡса икебеҙгә лә етәр. Һинең биҙәнеп-төҙәнеп, башҡа ир-ат араһында йөрөүеңде теләмәйем, ултыр өйҙә, – тине ныҡлы итеп һәм биҙәнеү әйберҙәрен сүпкә ташланы.
Тыңланы Асия ирен, тыңламай сараһы юҡ, ләкин бер ҡайҙа сыҡмайынса, өйҙә генә ултырыу уны ялҡытты. Ни, исмаһам, балалары юҡ. Йылдар үткән һайын был әрнеүле шеш ҙурая барҙы.
Өлгөрөр ине бит Асия. Эштә кеше араһында йөрөп ҡайтһа, күңеле лә үҫеп китер ине. Аҡсаға мохтажлығы юҡ. Ни теләһә ашаны, нимә теләһә – кейҙе. Бер мохтажлыҡ күрмәй йәшәү үҙе бер һынау икән.
Ярай әле яңғыҙлыҡтан нимә эшләргә белмәгән мәлдәрендә әсәһе килә. Атаһы мәрхүм булып ҡалғас, уға еңел түгел шул.
Тәүҙә байрамдарҙа табын ойоштороуҙы ғәҙәт итеп алдылар. Зәһәр эсемлекте йотҡас, йөрәк тынысланған һымаҡ. Аҙаҡ бындай күңел асыуҙар йышайҙы. Ҡатын-ҡыҙҙың эскелеккә нисек тиҙ бирелеүен уның миҫалында күрҙе ауылдаштары. Күҙгә күренеп һулыны, ҡартайҙы, элекке матурлығы юғалды.
Камил сираттағы вахтанан ҡайтҡанында уны йыйыштырылмаған өй, айный алмай ятҡан ҡатыны ҡаршы алды. Иренә лә иғтибар, йылылыҡ кәрәк. Ҡотһоҙ өйгә ҡайтыуы һирәгәйҙе, тиҙҙән бөтөнләй юлы ла, аҡсаһы ла өҙөлдө. “Эшләгән ерендә икенсе бер ҡатынға ингән, улы тыуған” тигән хәбәре генә килеп етте.
Уңмаған тормошона көйөнөп, күңелен араҡы менән баҫты Асия. Йәшәр өсөн аҡса кәрәк. Эшкә урынлашып ҡараһа ла, “йәшел йылан” менән дуҫлығы арҡаһында бер ерҙә лә оҙаҡ ҡала алманы. Икәүләшеп әсәһенең пенсияһын эстеләр. Эргәләренә шешәләштәре йыйылды.
Ә бер таңда ауылда шомло хәбәр таралды: Асия әсәһе менән янып үлгән... Плитәгә нимәлер бешерергә ҡуйған килеш онотоп йоҡлап киткәндәр. Үҙҙәре лә һиҙмәй был донъянан шулай бик үкенесле китеп барҙылар.
Ошо ауылда тыуып, күҙ алдында матур булып үҫкән, киләсәккә яҡты өмөттәр бағлаған ҡыҙҙың яҙмышы шулай аяныслы тамамланды.
Автор фотоһы.