Яҡындарыбыҙ был донъянан киткәс, уларҙы яҡты хәтирәләләр менән иҫкә алабыҙ. Ҡайһы ваҡыт төшөбөҙгә килеп керһә, “доғаға өмөт итәлер” тип Ҡөрьән уҡытырға, хәйер бирергә тырышабыҙ. Ләкин ҡайһы ваҡытта улар беҙҙе нимәнәндер һаҡларға теләгән һымаҡ та төштәребеҙгә инә. Шул ваҡытта теге донъя менән бәйләнеш барҙыр, тип уйлап ҡуяһың.
Күптән түгел таныш ҡатын үҙе менән булған бер ваҡиғаны һөйләне:
– Бер көндө төшөмә мәрхүм әсәйем килеп керҙе. Беҙҙең йортта йөрөп ята. Уны күргәс, “Бында нимә эшләйһең, әсәй?” тип һораным. Яуабы ҡыҫҡа булды: “Һыйырығыҙҙы ҡарап керҙем. Елене тығыҙланған бит”. Төш шул урында өҙөлдө. Был декабрь айы ине. Ғинуарҙа һыйыр быҙауларға тейеш, шуға кергәндер, тинем дә төшөмә артыҡ иғтибар бирмәнем. Тап шул көндәрҙә ҡаты һалҡындар торҙо. Малды ҡараңғы төшкәнсе ашатып ябабыҙ, иртәнсәк һуң ғына асып ҡарайбыҙ. Ул көндө һыуыҡ булғас, өҫтәп ашарға һалайым тип, ирем мал ҡураһына инһә, һыйырҙың быҙаулағанын күрә. Тиҙ арала кәрәк ярҙамды ла хәстәрләй. Һыйырҙы быҙауы менән йылыраҡ бүлмәгә күсерә. Шул ваҡытта әсәйемдең төшөмә инеп, “һыйырығыҙ тиҙҙән быҙаулай, ҡараштырып тороғоҙ” тип әйтергә теләгәнен аңланым. Нисек кенә булмаһын, теге донъя менән бәйләнеш барҙыр ул, – тип тамамланы ул үҙенең һүҙен.
Һеҙҙе мәрхүм яҡындарығыҙ шулай иҫкәрткәне бармы?
Автор фотоһы.