1. «Беҙ һине яратабыҙ».
2. «Беҙ һине бер нәмәгә лә ҡарамайынса яратабыҙ».
3. «Һине асыулы сағыңда ла яратам».
4. «Мин һиңә асыуланам икән, был мин һине яратмай тигәнде аңлатмай».
5. «Һин йыраҡта булһаң да минең уйҙарым һинең менән».
6. «Хоҙайыма рәхмәт миңә шундай бала бүләк иткәне өсөн».
7. «Асыуланған саҡтарымда мине ғәфү ит».
8. «Рәхмәт ярҙамың өсөн».
9. «Һинең менән күңелле».
10. «Ниндәй генә ауырлыҡтар осраһа ла, беҙ - һинең менән».
БАЛА менән йылы мөнәсәбәт тыуҙырыу өсөн түбәндәге темаларға һөйләшеүҙәр үткәреп тороу мотлаҡ
11. Бала тыуғанда нисек шатланғанығыҙҙы, ниндәй тойғолар кисереүегеҙҙе.
12. Баланың бәләкәй сағындағы ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы.
13. Исем һайлау тарихын.
14. Үҙегеҙҙең бала саҡ хәтирәләрегеҙҙе.
15. Танышыу һәм өйләнеү тарихын.
16. Дуҫтар һәм туғандар тураһында мәғлүмәт.
17. Тормошоғоҙҙа ниндәй ҡыйынлыҡтар осрауы тураһында.
18. Киләсәккә хыялдар.
19. Бала саҡ хыялдары.
20. Яратҡан этегеҙ, бесәйегеҙ тураһында.
БАЛАғыҙҙы тыңлай ҙа белегеҙ
21. Машинала китеп барғанда балағыҙ һөйләһен, һеҙ тыңлағыҙ. Башҡа ваҡытта былай ҙа форсат һирәк эләгә.
22. Бала һөйләгәндә бүлдермәгеҙ.
23. Баланы тәнҡитләмәй генә тыңларға өйрәнегеҙ.
24. Һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡ һәм кәрәкле булмаһа ла бала өсөн ҡыҙыҡлы темалар ҙа бар икәнен иҫегеҙҙә тотоғоҙ.
25. Баланың һорауҙарын иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ.
БАЛАға бирергә мөмкин булған һорауҙар
26. «Һин нисек уйлайһың, ни өсөн улай килеп сыҡты?»
27. «Был осраҡта һин ни эшләр инең?»
28. «Беҙгә быны нисек асыҡларға?»
29. «Был көн һиңә нимәһе менән оҡшаны?»
30. «Был көн һиңә нимәһе менән оҡшаманы?»
31. «Тылсымлы таяғың булһа нимә эшләр инең?»
Ваҡыты ваҡыты менән БАЛАға сюрприз яһағыҙ
32. Үҙе юҡта бүлмәһенә бүләк йәшерегеҙ. Берәй ҡасан табып алһа, көтөлмәгән ҡыуаныс буласаҡ.
33. Ҡоймаҡ эсенә шоколад урап бирегеҙ.
34. Блюдоларҙы матур итеп биҙәгеҙ.
35. Бала менән уйындар уйнағыҙ
36. Бала менән бергә йәнһүрәт ҡарағыҙ.