1. Китап укыуҙы ғәҙәтегеҙгә индереп алығыҙ.
2. Көн дә бер генә булһа ла изгелек ҡылығыҙ.
3. Кешеләргә маҡтау һүҙҙәрен йәлләмәгеҙ.
4. Бөхтә һәм килешле кейенегеҙ.
5. "Тылсымлы" һүҙҙәрҙе (мәҫәлән, рәхмәт, зинһар, ғәфү итегеҙ) йышыраҡ ҡулланығыҙ.
6. Кешенең битен йыртып, күңелен ҡалдырырлыҡ һүҙҙәр әйтмәгеҙ.
7. Рәхмәтле була белегеҙ. "Рәхмәт" дәфтәре тотһағыҙ үтә лә яҡшы.
8. Дөрөҫ туҡланығыҙ.
9. Физик күнегеүҙәр эшләгеҙ форсат тейгән һайын.
10. Йылмайығыҙ. Юҡ барға үсегеп, екеренеп, талашып йөрөмәгеҙ.
11. Медитацияға ваҡыт бүлегеҙ.
12. Йылына бер булһа ла массажға йөрөп алығыҙ.
13. Маҡсаттар ҡуйып йәшәгеҙ.
14. Күберәк хәрәкәт итегеҙ.
15. Байрамдарҙа яҡындарығыҙҙы ҡотларға онотмағыҙ.
16. Күңелегеҙгә хуш килгән шөғөл табығыҙ
17. Ял итер өсөн төн бар. Көнөгөҙҙө бушҡа үткәрмәгеҙ.
18. Үҙегеҙҙең хаталарығыҙҙы кешегә япһармағыҙ
19. Үҙ көсөгөҙгә генә ышанығыҙ. Ярҙам итеүселәрегеҙ булһа, елкәләренә менмәгеҙ.
20. Яңы кешеләр менән танышығыҙ.
21. Йырлағыҙ.
22. Олоно оло тип бел, кесене кесе тип бел.
23. Саф һауала йышыраҡ йөрөгөҙ.
25. Өҫтәл артына яҡшы кәйеф менән ултырығыҙ, юғиһә ашағанығыҙ таш булып ятыр.
26. Музыка тыңлағыҙ.
27. Көндәлек тотоғоҙ.
28. Көнләшмәгеҙ.
29. Йышыраҡ көлөгөҙ.
30. Атай-әсәйегеҙгә изге йән тип ҡарағыҙ. Ошо яҡты донъяны күреү форсаты биргән өсөн генә лә.
31. Һоҡлана белегеҙ.
32. Насар уйлы бәндәләрҙән йыраҡ йөрөгөҙ.
33. Беҙ - тәбиғәт балаһы. Тәбиғәткә яҡын булайыҡ.
34. Ауыр эштән һуң үҙегеҙҙең күңелегеҙҙе үҙегеҙ күреүгә йүн табығыҙ.
35. Бөтә нәмәне план буйынса ғына алып бармағыҙ.
36. Ҡояшты таңдан ҡаршы алып, эңерҙә оҙатып ҡалығыҙ.
37. Балалар менән йышыраҡ аралашығыҙ.
38. Һүрәт төшөрөгөҙ.
39. Сканвордтар сисегеҙ.
40. Гөлдәр үҫтерегеҙ.
41. Хыялланығыҙ.
42. Балаларығыҙҙы һәм яҡын туғандарығыҙҙы йышыраҡ ҡосаҡлағыҙ.
43. Кешегә итәғәтле булығыҙ.
44. Үҙегеҙҙе һәм тирә-яғығыҙҙы таҙалыҡта тотоғоҙ.
45. Ҡаш төйөп ҡарамағыҙ кешегә.
46. Ағас ултыртығыҙ.
47. Әкиәт яҙып ҡарағыҙ.
48. Һәр һауа торошон яратырға өйрәнегеҙ.
49. Эшләнмәй ятҡан эштәрегеҙҙе аҙағына еткереп ҡуйығыҙ.
50. Бәхетте байлыҡта эҙләмәгеҙ.