Даирә
+21 °С
Болотло
Аңлағанға – ишара
13 Февраль 2025, 11:00

"Әсәйемдең күҙ йәштәрен күргем килмәй..."

Ир менән ҡатын бер мәл өйҙә һуған юғалыуына иғтибар итеп, аптырап ҡала. Алалар, ә ул ҡайҙалыр юҡ була...

"Әсәйемдең күҙ йәштәрен күргем килмәй...""Әсәйемдең күҙ йәштәрен күргем килмәй..."
"Әсәйемдең күҙ йәштәрен күргем килмәй..."

Күҙәтә башлағас, шул асыҡлана: баҡһаң, ете йәшлек ҡыҙҙары һуғанды сүп биҙрәһенә ташлай икән. “Ниңә улайтаһың?” – тип ғәжәпләнеп һорай атай менән әсәй. Ҡыҙсыҡ байтаҡ ҡына өндәшмәй йөрөй, унан сәбәбен һөйләп бирә. Баланың һүҙҙәренән өлкәндәр баштарын түбән эйә...

Ҡыҙ әйтеүенсә, өйҙә әсәһе ике осраҡта илай: ире рәнйеткәндә һәм һуған әрсегәндә. “Әсәйемдең күҙ йәштәрен күргем килмәй, – тип белдерә ул. – Атайға көсөм етмәгәнлектән, һуғанды ташлайым: әсәйемдең илауы аҙға булһа ла кәмеһен тип...”

Ғаиләлә ниндәй генә хәл килеп тыумаһын, иң тәүҙә балаларыбыҙҙың күңелен уйлап, барыһын да тыныс хәл итергә тырышайыҡ. Ул-ҡыҙҙарыбыҙ ут йотоп, ҡурҡып үҫмәһен. Уларҙың да, үҙебеҙҙең дә киләсәгебеҙҙе уйлайыҡ. Балаларыбыҙ бәхетле булһын!

https://bashgazet.ru/articles/iman/2023-07-12/s-yemde-k-y-sht-ren-k-rgem-kilm-y-3336190

Автор:
Читайте нас