Даирә
+21 °С
Болотло
Аңлағанға – ишара
5 Февраль 2025, 14:38

Барыбыҙ ҙа ошо оҙон сиратҡа баҫҡанбыҙ

Һәр көн һайын ер шарында 150 мең кеше яҡты донъя менән хушлаша.

Барыбыҙ ҙа ошо оҙон сиратҡа баҫҡанбыҙБарыбыҙ ҙа ошо оҙон сиратҡа баҫҡанбыҙ
Барыбыҙ ҙа ошо оҙон сиратҡа баҫҡанбыҙ

Һәм беҙ ҙә ошо оҙон сиратҡа баҫҡанбыҙ. Үҙебеҙҙән алда күпме кеше торғанын бер ҡасан да белә алмайбыҙ... Сиратта торорға яратмайбыҙ тип кенә унан сығып та китә алмайбыҙ... Шулай уҡ бер ҡасан да был сираттың аҙағына шылып баҫа алмайбыҙ... Һин алдан үт тип, кемделер үткәреп ебәреп тә булмай.

Ошо сиратта торғанда, әйҙәгеҙ, һәр беребеҙҙең был донъяла ҡунаҡ ҡына икәнен иҫтә тотоп, бер-беребеҙҙе төрткөләмәй, сабыр ғына торайыҡ әле. Бөтә кешенең дә изгелек эшләргә хәленән килмәүе мөмкин, әммә яуызлыҡ ҡылмаҫҡа һәр кем булдыра ала.

Шулай ҙа була: ҡайһы бер сираты еткәндәрҙе лә Аллаһы Тәғәлә нисектер кире артҡа күсереп ҡуя. Моғайын, яуызлыҡ түгел, ә изгелек ҡылһындар тип шанс бирә. Юҡ, улар сираттары артҡа күскәнгә, был матур донъяла тағы бер аҙ йәшәү мөмкинлеге алғанға барыбер рәхмәтле була белмәй... Мәңгелеккә килгән кеүек ҡылана...
Рәхимә Мусина.

Автор:
Читайте нас