Даирә
+21 °С
Болотло
Аңлағанға – ишара
3 Февраль 2025, 18:07

Ошо 15 ғәҙәттән арынмайынса, уңышҡа юл ябыҡ

Башҡорттоң бер мәҡәле бар: "Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ".

Ошо 15 ғәҙәттән арынмайынса, уңышҡа юл ябыҡОшо 15 ғәҙәттән арынмайынса, уңышҡа юл ябыҡ
Ошо 15 ғәҙәттән арынмайынса, уңышҡа юл ябыҡ

Ошо 15 ғәҙәттән арынмайынса, уңышҡа юл ябыҡ:

 

👎🏻 Мыжыҡлыҡ
Мыжыҡтар сәбәбен таба ҡәнәғәтһеҙлек белдерергә: атай-әсәйем мине өйрәтмәгән бер нәмәгә лә, кеше алдына сығырлыҡ йүнле кейемем юҡ, миңә тигән эш һәр ваҡыт ауыр, мин йәмһеҙҙе кем эшкә алһын, мин бәхетһеҙ булғанға атай-әсәйем генә ғәйепле, кешенең туғандары шәп, минеке... Мыжыҡлыҡ - эскелек һәм накромания кеүек, кеше үҙе теләп алған "ауырыу". Бындай әҙәмдәргә әйтер һүҙем шул: уңышҡа өлгәшкәндәр араһында бер генә мыжыҡ та юҡ.

 

👎🏻 Ысынбарлыҡтан ҡасыу
Башҡорттоң бер мәҡәле бар: "Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ". Бай күренәм тип ҡайһы берәүҙәр һуңғы аҡсаһына йә кредитҡа ҡиммәтле тун, сит ил машинаһы, айфон, алтын биҙәүестәр ала. Был - ысынбарлыҡты йәшерергә, унан ҡасырға маташыу. Әлеге мәлдә хәлеңдән килмәй икән, бер бүлмәле фатир, үҙебеҙҙең "копейка" машина, ябайыраҡ телефон да ярап тора. Кеше өсөн йәшәп, "публикаға эшләп" арыманығыҙмы? Йөҙ меңлек тунды ун йыл кеймәй берәү ҙә барыбер. Айфонығыҙ бәҙрәф тишегенә төшөп китһә, булмаған нәмәгә кредит түләү уңышҡа алып килмәҫ, моғайын.

 

👎🏻 Яңғыҙлыҡтан ҡурҡыу
Яңғыҙлыҡтан көсһөҙ кешеләр генә ҡурҡа. Уларға һәр ваҡыт янында уларҙың мыжығанын, кемделер нимәләлер туҡтауһыҙ ғәйепләгәнен, тормошона зарланғанын тыңлаусы кәрәк. Шунһыҙ улар депрессияға китеп барыусан. Уңышлы кешеләр яңғыҙлыҡты үҙ өҫтөңдә эшләү өсөн форсат тип ҡабул итә.

 

👎🏻 "Иртәгә" тип йәшәү
Эште ваҡытында эшләмәү, һәр ваҡыт иртәнгегә ҡалдырыу - уңышҡа илтер юлда иң ҙур кәртәләрҙең береһе. Иртәгә эш эҙләргә сығам, иртәгә спорт менән шөғөлләнә башлайым, иртәгә йыуам иҙәнде, иртәгә шылтыратырмын хужаға, иртәгә әҙерләнә башлайым имтиханға - был һүҙҙәрҙе йыш ишетәбеҙ һәр беребеҙ. Тот та бөгөн, хәҙер башла! Ошо холҡоңдо юҡҡа сығармайынса, бер ҡасан да уңыш юлына аяҡ баҫмаясаҡһың.

 

👎🏻 Үҙ-үҙеңде йәлләү
Мине бер кем дә аңламай, мине бер кем дә яратмай, эштә мине һыйҙырмайҙар, мин тиҙ генә ауырып барам, арыным - был һүҙҙәрҙе йыш ҡулланаһығыҙмы? Онотоғоҙ! Нимәгәлер өлгәшәм тиһәң был тормошта, үҙеңдән арыраҡ ҡарап өйрән.

https://vk.com/club158369328?from=search&w=wall-158369328_622

Автор:
Читайте нас