Даирә
+24 °С
Ямғыр
Аңлағанға – ишара
19 Ғинуар 2025, 06:59

Был ғәҙәттәр кешенең ДНК-һын емереүгә килтерә

Һүҙ ул код.

Был ғәҙәттәр кешенең ДНК-һын емереүгә килтерәБыл ғәҙәттәр кешенең ДНК-һын емереүгә килтерә
Был ғәҙәттәр кешенең ДНК-һын емереүгә килтерә

Ғалимдарҙың фекеренсә, һүгенеү, телмәрҙә насар һүҙҙәр ҡулланыу, кеше менән әрләшеү, һәр ваҡыт ҡәнәғәтһеҙлек белдереп мыжыу, боҙоҡ уйҙар уйлау, үлтереш-енәйәт тураһында китаптар уҡыу, фильмдар ҡарау кешенең ДНК-һын емереүгә килтерә. Һүҙ ул код. Ауыҙыбыҙҙан сыҡҡан насар йә яҡшы һүҙ тыңлаусыға түгел, тәү сиратта үҙебеҙгә йоғонто яһай, быуындан-быуынға күсә. Һүгенергә, екеренергә яратҡан кеше, бәлки, үҙе язаһын алмаҫ бының өсөн, әммә уның балалары йә ейәндәре мотлаҡ яуап бирәсәк. Һүгенгән ҡатын-ҡыҙҙы фәрештәләре ташлап ҡаса, ти торған ине элек оло инәйҙәр. Һүгенеү иң ҙур гонаһтар исемлегенә кергән, сөнки ул бер нисә быуынды юҡҡа сығарыу һәләтенә эйә. Шуға күрә, ауыҙығыҙҙы асыр алдынан уйлағыҙ. Кешенең күңелен китәрерлек һүҙҙәр әйтмәгеҙ. Беренсенән, был гонаһ; икенсенән, һәр уйлаған, һәр әйткән һүҙегеҙ ауыҙығыҙҙан сыҡһа ла ул тик һеҙҙеке. Тимәк, сауабы ла, язаһы ла тик һеҙгә.

https://vk.com/club158369328?w=wall-158369328_669

Автор:
Читайте нас