Эйе, мин насар әсәй.
Минең кистәрен балам менән дәрес әҙерләгем килмәй.
Минең ҡыҙым да кистәрен дәрес әҙерләргә теләмәй.
Ә беҙҙең башҡа ваҡытыбыҙ юҡ.
Хәҙерге тормош шулай бит – дәрестәрҙән һуң балалар төрлө секцияға, түңәрәктәргә, профилле мәктәптәргә йөрөй.
Ата-әсәләрҙең дә көнө буйы эштә булыуын иҫәпкә алһаҡ, ғаилә кис кенә көскә өйөнә йыйыла
Беҙ, ғәҙәттә, киске 8-ҙән һуң өйгә ҡайтып етәбеҙ
Арып ҡайтып керәбеҙ. Ә бит аралашып алыу, киске аш ашау, иртәгәге көнгә әҙерләнеү теләге лә бар
Һәм, был хаҡта уйлауы ла гөнаһ инде – беҙҙә кино ҡарап алыу теләге лә, китап уҡыу теләге лә бар
Әммә, өйгә бирелгән эштәрҙе эшләргә кәрәк. Юғиһә, иртәгә тағы ла балаңдың көндәлегендә “дәрескә әҙер түгел”, тигән яҙыу торасаҡ, ә мин үҙемде ғәйепле тоясаҡмын
Эйе, эйе, мин насар әсәй.
Балам да бүләк түгел, холҡон күрһәтә.
Уның да дәрестәрен әҙерләгеһе килмәй.
Ә минең, үтеп барған машиналарға ләүкелдәп тороусы ауыл эттәре кеүек, уның баш осонда ҡысҡырып торғом килмәй.
Сөнки, мин күп итеп эшләйем.
Сөнки, мин арыйым.
Сөнки, мин 8-се синыф математикаһын иҫләмәйем.
Сөнки, миңә иртәнгелеккә ашарға әҙерләргә кәрәк.
Сөнки, миңә иремдең сәстәренән һыйпап алырға ла кәрәк.
Сөнки, кис ваҡыттарында минең үҙемдең дә эштәрем, йомоштарым булыуы ихтимал.
Сөнки, беҙҙең ике бесәйебеҙ һәм этебеҙ бар. Улар ҙа иғтибар көтә.
Сөнки, ял көндәрендә беҙгә дачала ял итеп алырға кәрәк, юғиһә, аҡылдан яҙыуың бар.
Сөнки, минең дә киноға, түңәрәктәргә, тамашаларға йөрөйһөм килә.
Сөнки, минең кис сәғәттәрендә ял итәһем килә.
Эйе, мине күптәрегеҙ насар әсәй, тиер.
Бала тапҡанһың икән – матур итеп тәрбиәлә, тейер.
Ә мин бит эшләйем, ғүмерем буйы эшләйем.
Балаларым һау-сәләмәт булһын өсөн, кейемле, туҡ булһын, йәйҙәрен диңгеҙгә барып ял итә алһын өсөн, бер-беребеҙ менән дуҫ йәшәр өсөн, эшләйем.
Һәм, шуның өсөн дә, минең кис сәғәттәрендә дәрестәр эшләгем килмәй.
Балаларым менән бары һөйләшеп ултыраһым килә.
Сөнки, балалар - мәшәҡәт түгел, ә - шатлыҡ, тип иҫәпләйем.
Кис – шатланып үткәрә торған ваҡыт булырға тейеш, ул һүҙ көрәштереү өсөн, сыр-сыу килер өсөн бирелмәй.
Эй, Аллам, ҡасан ғына ошо өйгә эш биреүҙе туҡтаталар инде. Күп кенә илдәрҙә өйгә эштәр бирелмәй бит.
Ни эшләп дәрестәрҙе парлы итеп үткәрмәйҙәр – беренсеһендә теорияһын өйрәтеп, икенсе дәрестә практикаға күсмәйҙәр?
Ни өсөн ошо дәрестәрҙе өйгә алып ҡайтырға кәрәк һуң?!
21-се быуат тормошто тиҙләтте, әммә тәүлектә 24 сәғәт шул килеш ҡалды. Көсөбөҙ ҙә, сәләмәтлегебеҙ ҙә артып китмәне.
Балалар ҙа хәҙер элекке кеүек түгел.
Ни өсөн беҙ, мәҫәлән, финдарҙан өлгө алмайбыҙ?
Эйе, мин насар әсәй
Минең баламдың өйҙә дәрестәрен эшләгеһе килмәй.
Мин дә балама, өйҙә дәрес әҙерләүҙең бик кәрәкле эш икәнен аңлатып бирә алманым. Үҙем күрә алмаған эште, нисек итеп яраттырайым икән?!
Мине күпме генә типкесләһәгеҙ ҙә, мин – яҡшы әсәй
Һәм, үҙемдең ябай булмаған ҡыҙымды яратам
Шулай ҙа йәмғиәт өсөн – мин насар әсәй, ә минең балам – тыңлауһыҙ үҫмер.
Беҙҙе мәғариф системабыҙ шундайға әйләндерҙе
Минең мәктәпкә бер дәғүәм юҡ. Беҙҙең мәктәпте һәр яҡлап маҡтап ҡына була.
“Йөҙ йыл элек” үҙем уҡытҡан мәктәп кеүек үк, баламдың мәктәбе лә яҡшы мәктәп.
Һәм, шул 100 йыл элек тә, мәктәптә, ысынлап та, уҡыуы ҡыҙыҡ булһын өсөн, уҡытыу системаһын мин бөтөнләй үҙгәртеү яҡлы инем
Әммә... йөк һаман да үҙ урынында.
Теге, йәки был дәресте өҫтәйҙәр, алып ырғыталар, идеологияны, ойоҡ алмаштырғандай, алмаштыралар, белем биреү ваҡытын һуҙалар, яңы алтаҡталар уйлап сығаралар
Әммә ысын үҙгәрештәр һаман да юҡ.
Әҙҙән башлағыҙ.
Белем биреү программаһын, өйҙә дәрес әҙерләү кәрәклеге булмаҫлыҡ итеп, үҙгәртегеҙ. Төндәрен дәрестәр әҙерләү кәрәклеге булмаҫлыҡ итеп.
Меңәрләгән ата-әсә үҙҙәрен насар тип иҫәпләүҙән туҡтар өсөн.
Үҫмерҙәрҙең дә холоҡ күрһәтеү өсөн бер сәбәптәре кәмеп ҡалыр ине.
Ә хәҙер типкесләгеҙ.
Мин барыбер насар әсәй бит...
Интернеттан
Тәржемә: "Хазина" төркөмө.
https://bashgazet.ru/news/y-m-i-t/2024-11-10/min-nasar-s-y-4001976