Редакция почтаһына килгән хатты тәҡдим итәбеҙ. Һеҙҙең фекер нисек?
"Башҡорт байыһа, бисә ала” тигәндәренә һеҙҙең фекерегеҙ нисек? Ҡатын-ҡыҙҙыҡын, аңлайым, кире буласаҡ. Сөнки ике-өс ҡатын алыуҙы, ғөмүмән, аҙғынлыҡ тип һанайбыҙ. Әммә, тарихҡа байҡау яһаһаҡ, Бөйөк Ватан һуғышында, уға тиклемге яуҙарҙа һәләк булған ағайҙарының ҡатындарына ҡәйнештәре өйләнмәһә, бергәләп балаларын аяҡҡа баҫтырмаһа, бөтөн ғаилә булып йәшәп алып китмәһә, хәл насарыраҡ булыр ине.
70-80 йәшлек инәй-бабайҙар менән һөйләшкәндә йыш ҡына һуғыштан һуң донъяға килгән туғандарының атаһы икенсе, йәғни ағай тейешле кеше. Аңлатыбыраҡ әйткәндә - әсәй бер, атай башҡа. Бөгөн дә улар нәҫел ебен дауам итеп, татыулыҡта йәшәй.
Ҡатын-ҡыҙҙар һаны менән ир-аттыҡы тап килмәгәнен дә яҡшы беләбеҙ. Производствола бәләгә тарыу, юл-транспорт ваҡиғалары, төрлө ауырыуҙар, тәмәке тартыу, наркоманияға тиҙ бирешеү һымаҡ хәүеф тә ир-егеттәребеҙҙең ғүмерен ҡыҫҡарта. Бәлки, ошоға бәйле бөгөн олоғайғансы үҙ тиңен тапмаған, бала үҫтереү бәхетенән мәхрүм ҡатындар һаны арталыр.
Бәләкәй саҡта күрше инәйҙең ғаиләһендә тәрбиәләнгән малайҙарҙың фамилиялары бер, ә аталарының исемдәре ике төрлө булғанын үҫкәс кенә аңлауымды хәтерләйем. Баҡтиһәң, ҡустыһы фронтта һәләк булғас, киленен ҡайнағаһы икенсе ҡатынлыҡҡа алған...
Бөгөн дә тарих ҡабатлана: ағаһы махсус хәрби операцияла һәләк булғас, бер туған ҡустыһы, уның балаларын етем итмәҫ өсөн, еңгәһенә тәҡдим яһап, бергә йәшәгәндәрен беләм. Ағаһы өсөн үс алыу теләгеме, илһөйәрлек тойғоһоноң саҡырыуымы - бөгөн ул да контракт төҙөп, яуҙа йөрөй, кәләше сабый көтә.
Ҡыҙҙарыбыҙың сит милләт вәкиленә кейәүгә сығып, икенсе халыҡтарҙы һан яғынан арттырыуына аптырамайбыҙ, өйрәнеп тә бөткәнбеҙ, ә кемдер икенсе ҡатын алырға булһа, сәйнәмәй йоторға әҙербеҙ. Ғаиләле булып та, ситтә балаһы үҫкән ирҙәр ҙә юҡ түгел. Ситтәр башҡорт ҡыҙҙарын алып, өҫтөнән йөрөй, тиң күрмәй барыбер.
Был турала ни өсөн яҙам? Хәллерәк һаналған мосолман ир-егеттәргә, әгәр ҡулынан килеп матди яҡтан тәьмин итеү мөмкинлеге булһа, икенсе, өсөнсө ҡатынға өйләнеү сауаплы ғәмәл һаналыр ине. Быға динебеҙ ҡаршы килмәй бит".
“Көнгәк” гәзите сайтынан.