Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
8 Октябрь , 19:34

Артабан нимә эшләргә тип аптырап ҡалған саҡта...

Килеп терәлдем, артабан нимә эшләргә тип аптырап туҡтап ҡалдыңмы? Була бит шундай хәлдәр, була. Әммә бындай осраҡта һин үҙең генә үҙеңде ҡолаҡтарыңдан һөйрәп батып барған ерҙән сығара алаһың.

Артабан нимә эшләргә тип аптырап ҡалған саҡта...
Артабан нимә эшләргә тип аптырап ҡалған саҡта...

Иң тәүҙә тыныслан. Нисек кенә ауыр булмаһын тыныслан!
Ҡурҡыуҙан, төшөнкөлөккә бирелгән эмоцияларҙан сыҡ.
Үҙемдән сығып әйтәм, хәл итеп булмаған проблемалар булмай.
Тор ҙа эшкә тотон. Ҡулың бармаймы? Сынаяғыңды йыу. Нәскийҙәреңде. Унан кухня иҙәнен. Артабан шулай йәшәгән ереңде таҙартып сыҡ. Нимәгәме? Таҙа урында уйлауы еңел, өҫтөңдән йөк төшкәндәй була
Аяғыңа уңайлы кеды, кроссовки, калушмы кей ҙә, йәйәү йөрөп кил. Бер нәмә хаҡында уйлама, атла ла атла
Хуш еҫле сәй эсеп ал. Сәйең бөткәнме? Йылы һыуҙы иң матур сынаяғыңа ҡой ҙа рәхәтләнеп эс
Унан ҡағыҙ ал һәм булған проблемаңды яҙ. Янына уны хәл итеү юлдарын теҙ
Хәл итеү юлын күрмәйһеңме? Бер - ике көнгә был проблеманы ситкә ебәр, уйлама.
Ҡайһы саҡта проблеманы хәл итеү юлы төшкә инә.
Иң аҡсаһыҙ саҡта ла хәйер бир. Аҡсаң юҡмы? Яҡшылыҡ ҡыл, ихлас йылмайыу бүләк ит, урамда йөрөгән берәҙәк эт-бесәйҙе, ҡоштарҙы ашат
Һинең бар проблемаларың артта ҡаласаҡ мәлең етеп килә. Ышанмаһаң, төнөн йондоҙҙарға ҡара
Барыһы ла яҡшы буласаҡ. Һинең үҙеңде ҡулға алыуың ЯҠШЫлыҡтың уңышлы башланғысы. ЫШАН!‼

 

https://vk.com/bashdonya?w=wall-202792286_18548 

Автор:
Читайте нас: