Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Улымды... ашатмай

- Ҡыҙым, йүгереп кенә инеп сәй эсеп сығаһыңмы әллә? Инәйҙең тауышы ялбарыулы сыға. Тимәк, һөйләшә торған һүҙе бар.

Улымды... ашатмай
Улымды... ашатмай

- Ҡыҙым, йүгереп кенә инеп сәй эсеп сығаһыңмы әллә?

Инәйҙең тауышы ялбарыулы сыға. Тимәк, һөйләшә торған һүҙе бар.

- Ярай, инеп сығырмын. Тик оҙаҡлай алмам инде.

- Ярай-ярай, биш минутҡа инһәң дә. Эш кешеһең бит, аңлап торам.

Инәй менән күптән танышбыҙ. Тәүҙә ул редакцияға шиғырҙар алып килгәйне, унан ниндәйҙер документарын юллашыуҙы һораны. Аралашып киттек. Инәй күберәк ниҙер борсоһа йәки ҡайғырһа, мине саҡыра. Күһәрең, эс серҙәрен бушатып, еңеләйеп алғыһы киләлер. Уның бер улы бар. Өйләнгән, айырым йәшәй ғаиләһе менән. Әсәһенә бик һирәк киләләр, бер ҡала эсендә йәшәһәләр ҙә. Инәйҙең көнө шул берҙән-бер балаһы өсөн борсолоп үтә.

Сәйен ҡайнатып ҡуйған инәй был юлы ла: “Тегеләр боҙолошоп ята бит”,-тип хәбәрен теҙеп алып китте. Уны тыңлап ни иларға, ни көлөргә белмәнем. Ысын шулай йәшәгәндәр бармы икән тип тағы аптыраным.

Улым хәҙер көн дә тиерлек килә. Бер көн шылтырата: “Әсәй, инструменттар ҡайҙа ята әле?”-тип. Аптырап киттем. Булған бар сүкеш-балтаны ташып бөттө бит инде. Атаһы мәрхүмдең бер эш ҡоралын ҡалдырманы миңә. Мин аптырап торғансы: “Килеп ҡарап китәйем әле”,-ти. “Ярай”,-тинем.

Килде. Инструментты һорамай. “Әсәй, ашарға берәй нәмә бармы?”-ти. Ә ул бер ҡасан да миндә ашарға туҡтамай. Килен менән һирәк кенә килгәндәрендә лә ишек төбөнән үтмәйҙәр. “Эй, балам, әйтмәнең бит алдан! Итле ҡарабойҙай бутҡаһы бар ҙа, һин ундайҙы яратмай инең”. “Яратам, яратам, әсәй, ултырт. Икмәкте күберәк ҡырҡ, йәме”,-ти улым.

Ҡарабойҙайҙы ике ҙур тәрилкә, бер ҙур икмәкте ашап бөтә яҙҙы. Рәхәтләнеп сәй эсте. Былар араһында ниҙер булғанын аңланым.

“Килен ашатмаймы әллә?”-тип һорап ҡуйҙым. Улым ауыр итеп ҡарап ҡуйҙы. Унан һөйләп бирҙе. Улым вахтаһына бармағайны, эшенән сығарып ташлағандар. Хәҙер ул икенсе урын эҙләй. Шул вахта инде уныһы ла. Саҡырыу килгәнен көтөп ята. Килен уның эшһеҙ ятҡанын күрә алмай икән. Өйҙәрендә бер тәғәм дә ризыҡ юҡ хәҙер. Килен ҡыҙҙарын балалалар баҡсаһынан ала ла, ҡайтышлай әсәләренә инә. Шунда киске ашты ашайҙар ҙа, һуң ғына ҡайталар. Балаһының ҡулына тотторорлоҡ ҡына бер-ике банан, йә йогурт ҡына алып ҡайта икән. Ә иргә бер нәмә лә юҡ. “Һин бер тин аҡса алып ҡайтманың, тимәк, ашарға ла юҡ!”-ти икән килен.

Улымдың нисәмә йыл вахтала үлемесле булып эшләүе һаналмай икән. Уның аҡсаһына фатирҙарын ҙурайттылар, машина алдылар. Ә ул машинала тик килен генә йөрөй. Улым иҫкеһендә һаман йөрөй. Иренең эшен яйға һалыныуын көтһә ни була икән һуң? Аптырайым. Мин улымды беләм, түҙеп-түҙеп йөрөй ҙә, ҡапыл шартлай. Был килен балаһын атаһыҙ итергә йөрөйҙөр инде. Бына кискелеккә улыма күп итеп ит бешерергә һалдым, һалма йәйҙем. Ир кеше бит ул ашап йөрөргә тейеш. Уға былай ҙа ҡыйын эшһеҙ булыуы, өҫтәүенә өйөндә шундай хәл.

 

Инәй ҡайғыһын бушатып, тымып ҡалды. Шым ғына икәүләшеп сәй эсәбеҙ. Инәй көрһөнөп-көрһөнөп ҡуя. Балаһын йәлләй, күрәһең. Нимә тип әйтәһең инде бындай саҡта? Атта ла бар, тәртәлә лә, тиҙәрме? Ҡапыл эшһеҙ ҡалған ирен “тәрбиәләгән” ҡатынды ла, астан үлмәҫ өсөн, быға тиклем хәлен дә белмәгән әсәһенә барып ауған ирҙе лә, ата-әсәһенең кире мөнәсәбәтен күреп үҫкән ҡыҙыҡайҙы ла, уларҙың барыһын уйлап йөрәген бөтөргән әбейҙе лә йәл барыбер...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

https://ejansura.ru/articles/hikaya/2024-05-14/ulymdy-ashatmay-3766018 

Автор:
Читайте нас: